Йәмғиәт
12 Ноябрь 2024, 03:30

Юлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә

Кисә, 11 ноябрҙә, үткән сираттағы оператив кәңәшмә барышында районда оператив хәл-торош, йәшәйеште тәьмин итеү системаларының эше, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм медицина хеҙмәтләндереүе буйынса ағымдағы хәл, учреждениеларҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Юлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендәЮлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә
Юлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә

-Көн тәртибендәге төп мәсьәлә булып районда белем биреү, мәҙәниәт учреждениеларының ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек кимәле, юлдарҙы ҡышҡы шарттарҙа тотоноуға әҙерләү тора. Хәл итә торған мәсьәләләр күп, юлдарҙы тәртиптә тотоуҙы даими контролдә тоторға кәрәк. Әлеге көндә был өлкәләге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ.
Аҫҡар, Килдеғол, Ырғыҙлы ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм йыһазландырыу мәсьәләһен ҡарап үттек. Был йәһәттән Ырғыҙлы ауылында эштәр тулыһынса тамамланыу алдында тора.
Социаль селтәрҙәге төркөмдәр, “Инцидент-менеджмент” аша килгән мөрәжәғәттәр аша район халҡын борсоған һорауҙар ҙа гел иғтибар үҙәгендә. 9 ноябрь көслө ел арҡаһында линияға ағас ҡолап, районда электр энергияһы һүнде, провод өҙөлөүе сәбәпле, тергеҙеү эштәре күп ваҡыт алды. Был хәл ҡабатланмаһын өсөн тейешле саралар күреләсәк.
Көн тәртибендә ҡаралған мәсьәләлр буйынса яуаплылар, үтәлеү ваҡыттары билдәләнде.
Форсаттан файҙаланып, район халҡын милек һалымдарын ваҡытында түләп ҡуйырға саҡырам. 2023 йыл өсөн мөлкәткә, ергә һәм транспортҡа һалымды 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин.

Юлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә
Юлдарҙы тәртиптә тотоу – көнүҙәк мәсьәләләр рәтендә
Автор:
Читайте нас