Йәмғиәт
11 Ноябрь 2024, 03:25

Тирмә Байназарға ҡайтып еткән!

“Юлдаш” радиоһы (105.5 Ғм) һәм “Башҡортостан тирмәләре” ойошторған “Тирмә-тирмәкәй” республика бәйгеһендә Бөрйән районы Байназар мәктәбе еңеү яулағайны. Ниһайәт, тирмәне ауыл хакимиәте башлығы Нуриман Әминев барып алып ҡайтҡан.

-Беҙгә еңеү яуларға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ! Берҙәмлек беҙҙе еңеүсе итте!
Барығыҙға ла именлек, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө, бәхет- шатлыҡтар теләйбеҙ!
Бәйгене ойоштороусы яратҡан радиобыҙ"Юлдаш"ҡа, уның хеҙмәткәрҙәренә, "Башҡортостан тирмәләре" фабрикаһына ла оло рәхмәт! Эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын! – тип хәбәр итәләр Байназар урта мәктәбе  төркөмөндә.

Байназарҙарҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас