Йәмғиәт
10 Ноябрь 2024, 01:00

Һандар донъяһын үҙ иткән

Күңелең ятҡан, ҡулыңдан килгән һөнәр менән булышыуҙың үҙ ләззәте бар. Эшкә ашҡынып, һағынып бараһың, эшеңде ҙур теләк һәм яуаплылыҡ менән башҡараһың.

Һандар донъяһын үҙ иткәнҺандар донъяһын үҙ иткән
Һандар донъяһын үҙ иткән

10 ноябрь - Халыҡ-ара бухалтерҙар көнө

20 йәшендә генә, 2002 йылда, район мәғариф бүлегенең бухгалтерияһында эш башлап, инде 22 йыл үтһә лә, үҙ һөнәренә һөйөүе арта ғына барған Лилиә Исмәғил ҡыҙы Мостафина тап ана шул күңеле лә ятҡан, ҡулынан да килгән эшен башҡарыуы менән бәхетле.
20 йәшлек тал сыбығы һымаҡ ҡына ҡыҙҙың был эштә төпләнеп ҡалырына артыҡ ышаныс та булмағандыр, бәлки. Ул ваҡыттағы мәғариф бүлеге етәксеһе ҡыҙҙы иҫәп-хисап өҫтәле бухгалтеры тигән яуаплы урынға тәғәйенләй. Баш баҫып эшкә керешкән, бурысына бик тә яуаплы ҡараған, эше эш булһын өсөн ваҡыт менән иҫәпләшмәгән һылыуҙы, күп тә үтмәй, әйҙәүсе бухгалтер итеп ҡуялар. Эшкә Йылайыр совхоз-техникумын тамамлап килгән ҡыҙ ситтән тороп юғары белем алырға ла өлгөрә. Уны тағы ла яуаплыраҡ урынға – баш бухгалтер урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. Әлеге ваҡытта өлкән бухгалтер вазифаһында.
-Эшем ныҡ оҡшай. Йәшләй генә ошонда эш башланым да башҡа урынға китеү тураһында уйлап та бирмәнем. Төрлө ойошмаларға саҡырыуҙар булһа ла, өйрәнгән, яратҡан коллективымды ташларға теләмәнем.
Әлбиттә, һәр эштең үҙ нескәлектәре бар. Ауырыраҡ та булып киткән саҡтар була. Ләкин эшемдә лә, тормошта ла ауыр мәлдәрҙе, сабырлыҡ ҡылып, эшкә баш баҫып үткәреп өйрәнгәнмен.
Минең бурысым – килгән аҡсаларҙың маҡсатлы тотонолоуын, урынына барып етеүен тәьмин итеү. Теге йәки был маҡсатта аҡса етәме-юҡмы икәнлеген дә даими тикшереп, тәртипкә килтереп ултырам.
Беҙҙән йыш ҡына, шул һандарҙан арымайығыҙмы, улар араһында аҙашып китмәйегеҙме, тип һорайҙар. Юҡ, арымайбыҙ. Сөнки ул һандар артында кешеләрҙең тормош-көнитмеше, - ти Лилиә Исмәғил ҡыҙы.
Яуаплылыҡ унда бәләкәйҙән тәрбиәләнгәндер – сөнки ул өс балалы ғаиләлә иң өлкәне һәм әсәһенең уң ҡулы булып, өй тирәһендәге барлыҡ эштәрҙә ярҙамлашып, ике ҡустыһын ҡарашып үҫкән.
Тырыш, егәрле Лилиә үҙе лә өс бала әсәһе. Ғаиләһендә бына тигән хужабикә лә. Өлкән ҡыҙы Нәркәс быйыл мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше бүлегенә уҡырға ингән. Уртансыһы, Мансуры, 7-се класс уҡыусыһы. Кинйәләре Вилдан балалар баҡсаһына йөрөй. Тормош юлдашы Вадим ҡырға йөрөп эшләй.
-Буш ваҡыттарымда бәйләү менән булышам. Ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың матур урындары буйлап сәйәхәт итәбеҙ – күлдәргә, тауҙарға йөрөйбөҙ, - ти әңгәмәсем.
Һандар донъяһын үҙ иткән Лилиә Исмәғил ҡыҙына һәм уның һөнәрҙәштәренә иң яҡшы теләктәр – ҡатмарлы эшегеҙҙә фәҡәт уңыштар ғына юлдаш булһын.

Автор:Т. Баһауетдинова.
Читайте нас