Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 14:20

Юлдарҙа үткән йылдар

Хәҙер урамда кешегә ҡарағанда машиналар күберәк. Һүҙем шул машиналарҙың береһенең хужаһы – руль артындағы стажы 40 йылдан артып киткән боронғо шоферҙарҙың береһе тураһында. Ул – Байназар ауылында йәшәүсе Салауатов Айрат Зиннур улы.

Юлдарҙа үткән йылдарЮлдарҙа үткән йылдар
Юлдарҙа үткән йылдар

Айрат Зиннур улы автомобиль йөрөтөү хоҡуғына 1978 йылда эйә була. Киләһе йылына, 1979 йылда, армия сафына алына. Армияла ла автомобилдә йөрөй.

-Армияла саҡта уңыш йыйырға йөрөттөләр. Алтышар ай эшләй торғайныҡ. Ставрополь крайында, Ҡаҙағстанда, Ростов өлкәһендә, Кубанда уңыш йыйыуҙа ҡатнаштыҡ.

1981 йылда  армиянан ҡайтып төшкәс, химияла машиналар яңы, тигәстәр, шунда эшкә барырға йөрөй инем, “Ағиҙел” колхозының ул ваҡыттағы рәйесе Риф ағай Баязитов урамда тап булып, колхозға “ҡоҙаланы”. Ағайҙың һүҙен йыҡманым – ризалаштым. “САЗ” маркалы машинала эш башланым, - ти әңгәмәсем.

 Унан ГАЗ-52 үҙбушатҡыс автомобиленә ултыра. Күп тә йөрөмәй, йәш егеттең тырышлығын, эшкә мөкиббәнлеген, техникаға һаҡсыл ҡарашын аңғарып ҡалған етәкселек яңы техникаға ултыртырға ҡарар итә һәм ул үҙенә Горькийҙан ГАЗ-52 маркалы йөк таксиһы (грузотакси) ҡыуып алып ҡайта. Арт яғы тент менән көпләнгән был техниканы колхозда автобус урынына файҙаланалар. Яҙға колхозға автобус алалар. Айрат Салауатов автобуста йөрөй башлай.

1983 йылда колхоздың контораһы Байназар ауылының уртаһындағы ике ҡатлы кирбес бинаға күсә. Был мәлдә колхоз рәйесе булып Таштимер Әлибаков эшләгән була.

-Районда тәүге “КамАЗ”-ға ла мин ултырҙым. Уның менән ҡайҙа ғына йөрөмәнем. Алыҫ юлдарға йыш сыға торғайным. Миңә 23 йәш ине. Камазым менән Волгоградҡа запчасть артынан юлландым. Һарытау (Саратов) эргәһендә машинам ҡыйрап, бер аҙна буйы шунда ремонтларға ла тура килде. Март айы ине. Беҙҙең яҡта юл насар. Миәс аша сыҡҡайным.

Юлда төрлөһө булды инде. Шулай ҙа, шөкөр, юлым уңмай йөрөгәнен иҫләмәйем, - ти Айрат Зиннур улы.

Рәсәйҙе иңләп-буйлап әллә күпме сәфәр ҡылһа ла, бер ваҡытта ла водитель таныҡлығын алдырғаны булмаған. Һөнәре, эше буйынса руль артында йөрөүҙән тыш, шәхси автомобиленән дә төшкәне юҡ, тиһәң дә була. Руль артындағы дөйөм стажы 46 йыл булып киткән.

-1999 йылдан һөт ташыу машинаһында йөрөнөм. Ул ваҡыттарҙағы йәйләү юлдарының хәлен шул юлдарҙан бер тапҡыр ғына булһа ла үтеп ҡараған кеше ғүмеренә онота алмағандыр. Ә беҙгә шул юлдарҙан көнөнә ике тапҡыр йөрөргә тура килде – йәйге эҫелә һөттө һөт ҡабул итеү пунктына ике тапҡыр алып бара инек. Иртәнге һөттө – Темәскә, кискелеккеһен Һарағылағы һөт ҡабул итеү пунктына ташыныҡ. Сөнки эҫелә һөт әсеп кенә бара. Етмәһә, ямғырҙар көслө булды. Юлдар батҡаҡ. Машинаның тәгәрмәстәренә “двойной” сылбырҙар эшләп ала торғайныҡ. Һөт мул булды ул мәлдәрҙә. Йәйләүҙәр ҙә күп булды.

Заманында Кәрим Билалов, Сәйет Асылбаев, Рәсүл Хәсәновтар мине эшкә өйрәтеп, үҙҙәре менән алып йөрөнөләр. Уларға әле булһа рәхмәтлемен.

“Тормош дәрестәре уҡытыусылары” шәп булғанға ла, Әстрәханға ла, Волгоградҡа ла запчасть артынан йәш кенә көйө ҡурҡмай сығып кителә ине инде. Күп йөрөнөм мин ундай сәфәрҙәрҙә.

Ҡурған өлкәһенән тәүге янғын һүндереү машинаһы алып ҡайтҡаным иҫтә. Ырымбур, Силәбе тирәһенә йөрөүҙе уйын шайы ла күрелмәне. Воронеждан тоҡомло мал да алып ҡайтылды. 1990 йылда Мәскәүҙән ике машина ҡыуҙым. Ульяновск ҡалаһынан шифер ташыныҡ. Саранскиҙан, бая әйткәнемсә, Горькийҙан машиналар ҡыуҙым. Горькийҙан молоковоз да алып ҡайттым.

Юлдарҙа ниндәй генә хәлдәргә осрамайһың инде. Бер шулай Әсҡәт Буранов менән китеп барғанда күҙ алдыбыҙҙа ҙур авария булды. Тиҙ генә туҡтап, водителде машинаһынан һөйрәп сығарып, тәүге ярҙам күрһәтеп, больницаға алып барып киттек.

Йәнә бер хәл онотолмай. Күҙ алдымда мотоцикл камаз аҫтына инеп китте. Йәш кенә егет булған. Юлда яңылыш ҡына бер хәрәкәт тә бик ауыр тамамланыуы ихтимал. Ипле йөрөргә, бүтәндәрҙе лә хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа тырышырға, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы башҡаларҙы ихтирам итергә лә кәрәк, - ти руль артындағы стажына ярты быуат тулып килгән Айрат ағай.

Алһыҙ-ялһын эшләгән шоферҙың иң үҙәгенә үткәне шулай ҙа үҙебеҙҙә юлдар булғандыр, моғайын. Бер мәл ҡырҙан малға аҙыҡ алып ыңғай ғына ҡайтып килгәндәрендә, ҡайтып еттек, тигәндә, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында Үҙән йылғаһы аша боҙ уйылып, һыуға баталар. Оло ғына йылға аша ҙур техника сығырлыҡ күпер булмай.

-Ҡағы арҡаһында михнәттәр күп булды. Юл эшләп йөрөгән саҡтар ине. Ҡайта алмай төн сыҡҡан саҡтар иҫтә.

Былай хужалар эшемде күрҙе. 1985 йыл һөҙөмтәләре буйынса водителдәр араһында еңеүсе булып, Болгарияға туристик төркөм менән барып ҡайттым. Почет грамоталары һ. б бихисап.

Ул ваҡытта кеше эшләмәй йәшәп була икәнлеге тураһында уйламаны ла. Ауылда эшһеҙ кеше булманы, - ти А. Салауатов.

Ләкин тырыш, сос, йүнсел водителде бер ваҡыт автомобиль руле артынан һөйрәп тигәндәй ергә төшөрәләр – ферма мөдире итеп ҡуялар. Баймаҡ совхоз-техникумын тамамлаған белгес бер йылдан зоотехник булып китә. 2001 йылдан - “Ағиҙел” колхозы рәйесе. Был вазифала 11 йыл эшләй. Уны ауылдаштары, колхоздың башҡа ауылдарҙағы бригадаларында эшләүселәр кешелекле, йүнсел, кешене эшләтә лә, ашата ла белгән хужа итеп иҫләй. Рәйеслектән киткәс, 4 йыл фермерлыҡ эшен алып бара. 2015 йылдан башлап ул ике саҡырылышта Байназар ауыл хакимиәте башлығы булып һайлана.

Айрат ағай хәтирәләрен дауам итә:

-Юл һәр заманда ла проблема булды инде ул. Ферманы йәйләүгә күсергәндә Яуымбай тауы үҙәккә үткәрә торғайны – менә алмай бер була торғайныҡ.

Төрлө хужалар менән эшләргә тура килде. Т. Әлибаков менән И. Исмәғилев “Ағиҙел” колхозына техниканы күп алдырҙылар.

Айрат Зиннур улы йылҡысылыҡ менән дә булыша – ярыш аттары үрсетә. Ат йәнле водитель ул. Уның аттары төрлө ярыштарҙа урындар алып йөрөй.

1985 йылда Айрат Зиннур улы ауылдашы – Байназар ауылы ҡыҙы Нәфисә менән яҙмышын бәйләй. Нәфисә апай ғүмере буйы урындағы дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләне. Һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы.

Салауатовтар ике балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Илнар Өфөлә йәшәй. Башҡорт дәүләт медицина университетында фармация кафедраһы мөдире. Физкультура дәрестәре алып бара. Ҡалала йәшәһә лә, атҡа һөйөүен юғалтмаған егет Ҡаҙағстанда донъя чемпионатында ҡатнашҡан, Татарстанға ла барған. Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы. “Салауат батыр” бәйгеһе еңеүсеһе.

Ҡатыны Гөлфинә менән 3 бала үҫтерәләр: 2 ҡыҙ һәм 1 малай. Гөлфинә балалар баҡсаһында эшләй. Улар ғаиләләре менән Өфөлә һәр төрлө ярыштарҙа, спорт сараларында ихлас ҡатнашып, урындар алып йөрөйҙәр. Балаларын да бәләкәйҙән спортҡа, сәхнәгә ылыҡтырып үҫтерәләр. Ҡыҫҡаһы, йәштәр әүҙем һәм сәләмәт тормош алып баралар.

Салауатовтарҙың икенсе улдары Рушан башта ауылда фермерлыҡ менән булышты. Хәҙер ситкә вахта менән йөрөп эшләй. Һөнәре буйынса ветеринар.

-Балаларға тәрбиә биреп ултырырға ваҡыт булманы ул йәш саҡта – рейста тик йөрөнөм. Колхоз мәлендә зәрә тынғыһыҙ булды, эш күп булды бит. Балалар йоҡлап ятҡан мәлдә сығып китәһең, төн уртаһында ҡайтып ингәндә улар йоҡлап ятҡан була. Ҙурая төшкәстәр, үҙем эшкә сығыр алдынан, таң менән уятып китә инем. Йоҡлап өйрәнмәһендәр, төшкә тиклем йоҡлап ятыу ялҡауҙар эше ул, тип уйлайым.

Әҙ булһа ла малайҙар атайҙарын күрһендәр, мин малайҙарҙы күрәйем, улар менән аралашайым, тигән теләктә шәмбе көндәре рейсҡа сығырға булһам, улдарымды ҡуша алып сыға инем.

Хәтеремдә, ҡатынымдың да эше тығыҙ графиклы булғас, Илнарҙы бер мәл 9 айлыҡ ҡына сағында Стәрлетамаҡҡа үҙем менән ҡуша алып сығып киттем.

Колхоз рәйесе булып эшләгән сағымда балалар мине бөтөнләй тиерлек күрмәнеләр. “Беҙҙең атай йоҡоһоҙ, ул бөтөнләй йоҡламай” тип тә йөрөгәндәр шул саҡтарҙа. Ҡатыныма рәхмәт – балаларҙа эштән ҡайтып инмәгән атайға ҡарата ихтирам тәрбиәләгән, атай абруйын күтәргән.

Ҡатыным Нәфисә Фәсхетдин ҡыҙы сабыр, аҡыллы булмаһа, өйгә ҡайтып инмәгән кешегә түҙмәҫ ине. Өҫтәүенә, малды ишле көттөк. Донъя ҡатыным яуаплылығында булды. Малайҙар үҫә төшкәс, өй, мал тирәһендәге бөтә эш улар елкәһенә күсте. Иртәнсәк иртә менән тороп, малдарға бесән һалып, Иҙелдән һыу ташып эсереп, донъяны тәртипкә килтереп китәләр ине мәктәпкә. Бәләкәйҙән ат яраттылар.

Ҡатыныма рәхмәтлемен. Ғаиләле булғас уҡып алдым. Түҙҙе, бер ризаһыҙлыҡ белдермәй, донъяны ла алып барҙы, эшенә лә өлгөрҙө, балаларҙы ла һәйбәт ҡараны. Баймаҡ совхоз-техникумында, унан Өфөлә ситтән тороп Аграр университетта белем алдым. Минең тормоштағы күп ҡаҙаныштарымда Нәфисәнең өлөшө бик ҙур.

Беҙ үҙебеҙ ғаиләлә 9 бала үҫтек: 2 малай, 7 ҡыҙ. Беҙҙе лә эш менән тәрбиәләнеләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итешеп, әллә нейҙә бер генә эләккән тәмле-татлыны ла ғәҙел генә итеп бүлешеп йәшәнек. Үҙ көстәребеҙ менән кеше булырға ынтылдыҡ.

Мәлендә уҡыу эләкмәгәс, улдарымды бар хәлемсә уҡытырға, һөнәрле итергә тырыштым. Улар нужа күрмәһен, тинем. Иң ҡыуанғаным шул – ике улым да тәмәке тартмай, араҡы эсмәй, - тип үҙенең тормошо, ғаиләһе хаҡында ихлас бәйән итте Айрат Зиннур улы.

Һәр саҡ ниндәйҙер эш менән булышып, нимәлер йүнләп йүгереп тигәндәй йөрөгән Айрат Зиннур улына: “Бөгөн һеҙгә 25 йәш булһа, ең һыҙғанып нимәгә тотонор инегеҙ?” тигән һорау бирҙем. Яуап көттөрмәне.

“Әгәр бөгөн миңә 25 йәш булһа, ең һыҙанып малсылыҡҡа тотонор инем. Мал үрсетер инем. Сөнки заманалар ҡайһы яҡҡа ғына үҙгәрһә лә, кеше ашамай тора алмай. Иткә, һөт ризыҡтарына бер ваҡытта ла ихтыяж кәмемәй. Етмәһә, хәҙер теләһә ниндәй өҫтәмәләр ҡушылмаған саф ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр арта. Бары тик тырыш булырға, йоҡлап ятмаҫҡа кәрәк. Тырыш, уңған, сос кеше һәр заманда ла бына тигән итеп йәшәй. Тик бөгөнгө көндә шул эсте бошора – эшһеҙ кешеләр күп, ләкин эшләргә теләгән кеше әҙ. Кеше ялҡауға  әйләнде хәҙер, физик эш эшләргә теләмәйҙәр.

Эш юҡ, тип ҡул ҡаушырып йәки телефон ҡосаҡлап ятҡансы, ана, мал үрсет, ҡош-ҡорт үҫтереп һат.

Бөгөн йәштәргә һөнәр алыу буйынса мөмкинлектәр ҙур. Уҡып, теләгән һөнәреңде үҙләштер.  Ауыл хужалығында эшләргә теләгәндәргә гранттар, субсидиялар бар. Тик тырышлыҡ ҡына кәрәк”, - тине ғүмере буйы эштән башын ҡалҡытмаған хеҙмәт кешеһе.

Ил тотҡаһы – ир. Айрат ағай кеүек ир-егеттәр – йәш быуын өсөн ҙур өлгө.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас