“Таң” гәзите район тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, райондың һәр өлкәһендәге - учреждение-ойошмаларҙағы, предприятиеларҙағы яңылыҡтар, уларҙың көнитмеше, проблемалары, алдынғылары хаҡында даими хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡлау тармағын да урап үтмәйбеҙ, улар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ – аҙна һайын “Ил өҫтөндә ниҙәр бар?” рубрикаһында был өлкәләге хәл-ваҡиғалар хаҡында хәбәр итәбеҙ, һуңғы ваҡытта айырыуса әүҙемләшеп киткән мутлашыусыларға көрәште лә полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә алып барабыҙ.
Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына арналған тантаналы йыйылышта беҙҙең өс хеҙмәткәргә Рәхмәт хаты бирелеүе лә ошоға дәлил - журналистар Гөлүзә Хафизова, Әлфинә Юлсурина, Булат Тимерғәлиевтарҙың был өлкәләге хеҙмәте баһаланды.
Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм эштәрендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!