Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 04:00

Комиссия тарафынан 6 эш ҡаралды

Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Комиссия тарафынан бәлиғ булмағандарҙың ата-әсәләренә һәм балаларҙың үҙҙәренә ҡарата төҙөлгән административ хоҡуҡ боҙоу тураһында 6 эш ҡаралды.

Комиссия тарафынан 6 эш ҡаралдыКомиссия тарафынан 6 эш ҡаралды
Комиссия тарафынан 6 эш ҡаралды

-Шуларҙан 2 бәлиғ булмаған үҫмергә ҡарата төҙөлгән 2 административ материал комиссия адресына хоҡуҡ һаҡлау органдарынан килгән.

Протоколдар водитель таныҡлығы булмау буйынса төҙөлгән.

Бәлиғ булмағандарға ҡарата төҙөлгән протоколдарҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса 11-се класс уҡыусыһына 5000 һум күләмендә штраф рәүешендә административ яза тәғәйенләү ҡарары сығарылды.

Бынан тыш, ултырыш барышында 2 ата-әсәгә ҡарата уларҙың бәлиғ булмаған балалары мопед менән идара иткән өсөн, 3 ата-әсәгә ҡарата спиртлы эсемлектәр менән саманан артыҡ мауыҡҡан өсөн административ материалдар, бәлиғ булмағандарҙы һәм ғаиләләрҙе иҫәптән төшөрөү һәм ҡуйыу, бәлиғ булмағандарҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән саралар, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияны, наркотик матдәләрҙе, тәмәкене һәм составында никотин булған продукцияны ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төрлө профилактик иҫәптәрҙә торған бәлиғ булмағандарҙы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә, өҫтәмә белем биреү, уларҙың буш ваҡытын ойоштороу һәм бәлиғ булмағандарҙың мәшғүллегенең башҡа төрҙәренә, ирекмәндәр ойошмаларына һәм “Беренселәр хәрәкәте” тарафынан үткәрелгән сараларға йәлеп итеү кәрәклеге билдәләнде, - тип хәбәр ителә Администрация Бурзянского района  төркөмөндә.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас