Ир бер мәл сәфәргә юллана. Кире ҡайтып килгәнендә юл фажиғәһенә тарый һәм күреү һәләтен юғалта. Ләкин уларҙың ғаилә тормошо ҡәҙимгесә дауам итә.
Ҡатындың һылыулығы көндән-көн нығыраҡ юғала бара. Һуҡыр ир был хаҡта белмәй һәм был хәл уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтендә бер нисек тә сағылыш тапмай. Ир ҡатынын әүәлгесә ярата, ҡатын да иренә элеккесә оло һөйөү менән ҡарай.
Берҙән-бер көн ҡатын вафат була. Ҡатынының үлеме иргә ныҡ ҙур ҡайғы килтерә. Ул хатта был ҡаланан ҡырға сығып китергә лә теләй.
Ирҙең танышы, уның янына килеп: “Хәҙер нисек яңғыҙ йөрөргә уйлайһың? Һин һуҡырайғандан алып гел һиңә ҡатының ярҙам итеп йөрөнө”, тип һорай.
Ир кеше: “Мин һуҡыр түгелмен. Мин бары һуҡыр булып ҡыландым ғына. Сөнки әгәр мин уның сир арҡаһында ныҡ үҙгәргән тән тиреһенең торошон күрһәм, был уға сиргә ҡарағанда ла ҙурыраҡ һыҙланыуға сәәбәп булыр ине. Мин уны сибәрлеге өсөн яратманым, ләкин ундағы хәстәрлекле һәм ярата белгән кешене яраттым.
Мин уның бәхетле булыуын теләнем”, – тип яуап биргән.
Әгәр һин кемделер ысынлап яратаһың икән, үҙең яратҡан кешене бәхетле итер өсөн яңы кимәлгә күтәреләһең. Ҡайһы саҡ, бәхетле булыр өсөн һуҡыр булып, беҙҙең ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең насар көндәрен, мәлдәрен күрмәмеш булыу ҙа яҡшы...
Һылыулыҡ ваҡыт үтеү менән һүнер. Ә йөрәк һәм күңел һәр ваҡыт шул килеш ҡаласаҡ...