Йәмғиәт
8 Ноябрь 2024, 10:05

Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...

Студент саҡ. Өфө. Ленин урамындағы Нефтселәр мәҙәниәт һарайы (хәҙер – "Башҡортостан" концерт залы) алдында “Совет Башҡортостаны” гәзите байрам ойошторҙо. Моғайын, гәзиткә яҙылырға өндәү буйынсараҡ булғандыр. Яҙыусылар ҙа килгән. Майҙан түрендәрәк бер төркөм яҙыусылар араһында Мостай Кәрим дә күҙгә ташланғас, китап менән сауҙа итеүселәр эргәһенә барып, әҙиптең шиғырҙар китабын һатып алдым да шул яҡҡа ыңғайланым.

Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...
Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...

Мин танығандарҙан Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев, Ирек Кинйәбулатов тора. Ҡыйыулығымды йыйып, Мостай Кәрим эргәһенә атланым. Һаулыҡ һорашҡас:

-Ошо китабығыҙға автограф ҡына яҙып бирегеҙ әле, - тейем.

Мостай Кәрим йылмайым ебәрҙе. Шунан минең ҡайҙан икәнемде, ҡайҙа уҡыуымды һорашты.

Автограф яҙырға булып костюмының тышҡы һәм эске кеҫәләрен ҡапшап алды. Ләкин ручкаһы булмай сыҡты.

-Бына, минеке менән яҙ, – тип Әнғәм Атнабаев түш кеҫәһенән ручкаһын сығарып һондо. Унан өҫтәп ҡуйҙы. –Тик “ручка Атнабайҙыҡы” тип өҫтәргә онотма.

1988 йылдың 8 майы булған икән был хәл. М. Кәрим автографының аҫтына яҙып ҡуймаһа, онотҡан да булыр инем.

Ошо китапты ҡулыма алған һайын киң йылмайып торған Мостай Кәрим һәм мыйығы аҫтынан йылмайып ҡына ручкаһын һоноп торған Әнғәм Атнабаев күҙ алдына килеп баҫа. Эйе, автограф Мостай Кәримдеке лә ул, ручка Әнғәт Атнабайҙыҡы ине, тип иҫкә алам...

Хәйер, аҙаҡ М. Кәрим менән бер сәхнәлә ултырып уның кисәһен дә үткрәрергә насип булды... Уныһы айырым тарих.

Бөйөк шағир, яҙыусы, драматург ҡына түгел, аҡыл эйәһе Мостай Кәримдең тыуыуына 20 октябрҙә 105 йыл булды.

Бөйөк Аҡыл эйәһенең ҡәләм эҙҙәре, почергы ҡалған ошо китаптағы шиғырҙарҙы уҡыған һайын халыҡ шағирын үҙем өсөн нығыраҡ аса барам һымаҡ...

Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...
Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...
Автограф Мостай Кәримдеке лә ул...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас