Йәмғиәт
7 Ноябрь 2024, 10:45

Дәүләт Думаһы депутаты халыҡты ҡабул итте

Районда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров булып китте.

Дәүләт Думаһы депутаты  халыҡты ҡабул иттеДәүләт Думаһы депутаты  халыҡты ҡабул итте
Дәүләт Думаһы депутаты халыҡты ҡабул итте

Көндөң тәүге яртыһында депутат халыҡты ҡабул итте. Үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән уға 9 райондашыбыҙ мөрәжәғәт итте. Һорауҙар башлыса социаль мәсьәләләргә ҡағылды. Зариф Закир улы пенсия, балалар пособиеһы, йәштәргә ярҙам, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, инвалид балаларға ярҙам, ағас алыу буйынса шәхси һорауҙарға яуап биреп, хәл итеү юлдарын өйрәтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, һәләк булыусы егеттәрҙең әсәләре лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ Аҡбулат ауылына юл, дауахана аҫтындағы канализация һыуы буйынса һорауҙар бирелде. Депутат мөрәжәғәт итеүселәргә ентекле яуап ҡайтарып, ҡайһы берҙәрен контролгә алды.
З. Байғусҡаров халыҡты ҡабул иткәндән һуң, хакимиәт бинаһының ултырыштар залында ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-предприятиелар етәкселәре, депутаттар менән осрашты. Ул яңы сыҡҡан һәм сығасаҡ закондар менән таныштырҙы.
(Аҙағы 5-се биттә).
(Аҙағы. Башы 1-се биттә).
Мәҫәлән, яңы закон буйынса пенсионерҙар ҡайһы бер коммуналь түләүҙәрҙән азат ителәләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кредит каникулдары тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелгән. Закон буйынса, кредит каникулдары ваҡытында кредит проценттары түләнмәй, алдағы йылдарҙа түләнгән процент суммаһын төп бурысты ҡаплауға йүнәлтергә була.
Балалар пособиеһына, ғаилә бюджетына ҡағылышлы закондарҙың береһе 2 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, ата-әсәнең береһенең рәсми эш урыны булған, килеме аҙ булған ғаиләләр һалымды 13 процент урынына 6 процент итеп түләйәсәк. Эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың 2025 йылдың ғинуарынан пенсияһы артасаҡ. Шулай уҡ бөтә хаҡлы ялдағыларҙың да пенсияһы ғинуарҙа индексациялана. Тағы ла бер закон буйынса суд приставтары тарафынан булдырылған сикләүҙәр бурысты ҡаплағандан һуң 3 көн дауамында алынырға тейеш.
Зариф Закир улы шулай уҡ закондарҙың нисек барлыҡҡа килеүе, яҙылыуы тураһында һөйләне.
-Һәр закондың башында халыҡтың һорауы, мөрәжәғәте, тәҡдиме тора. Шуға ла мин ябай халыҡ менән йышыраҡ осрашырға тырышам, айына 4 тапҡыр граждандарҙы ҡабул итәм. Һеҙҙең районға йылына ике тапҡыр килергә вәғәҙә иткәнмен. Шуға күрә ҡабул итеүҙәргә, осрашыуҙарға килегеҙ, һорауҙарығыҙҙы хәл итергә тырышырбыҙ, - тине.
Депутат менән осрашыуға йыйылыусылар тарафынан да һорауҙар бирелде, уй-теләктәр еткерелде. Муниципаль хеҙмәт белгестәренең, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡтарына, дауахана эшмәкәрлегенә ҡағылған (яңы поликлиника төҙөү, яңы канализация эшләү, мәйетте экпертизаға алып барыу өсөн автомобиль буйынса һ.б.) мәсьәләләр тураһында һөйләшеү булды.
Сара һуңында Зариф Закир улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн район мәҙәниәт һарайы водителе Рәмил Минһажевҡа иҫтәлекле сәғәт бүләк итте, шәхси эшҡыуар Владимир Туленков менән Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте водителе Рәжәп Ҡунафинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Депутат эш сәфәрен дауам итеп, «Урал» ФОК-ында, «Мәсем» үҫмерҙәр клубында, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Спорт мәктәбенә алынған 197,7 һумлыҡ спорт ҡоролмаларының 185,7 мең һумын һайлаусылар наказы сиктәрендә З. Байғусҡаров финанслаған.
Артабан депутат район үҙәгенең Совхоз урамындағы спорт майҙансығының төҙөлөшөн ҡараны, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында булды.

Дәүләт Думаһы депутаты  халыҡты ҡабул итте
Дәүләт Думаһы депутаты  халыҡты ҡабул итте
Дәүләт Думаһы депутаты халыҡты ҡабул итте
Автор:Г. Хафизова
Читайте нас