Йәмғиәт
7 Ноябрь 2024, 04:20

Беренсе кластарға матур бүләк!

Яңыраҡ ғалим-филолог, яҙыусы, журналист, йәмәғәтсе Ниязбай Сәлимов Аҫҡар ауылында йәшәүсе яҙыусы, журналист Иршат Теләүембәтовҡа шундай хәбәр ебәргән: "Мин Бөрйән районы Аҫҡар ауылы менән танышмын. Шуға ла Республика көнөнә беренсе класс балаларына китап бүләк итергә теләгәйнем!"

Беренсе кластарға матур бүләк!Беренсе кластарға матур бүләк!
Беренсе кластарға матур бүләк!

-Мин быйыл һигеҙ уҡыусының Аҫҡар урта мәктәбен тәүге тапҡыр атлап үтеүен һәм уларҙың исемдәрен әйтеп сыҡтым. Шуға ла ул тиҙ арала автограф менән бүләктәрен дә ебәрҙе.
"Бәхетстан" тигән был төҫлө китап балаларға бик кәрәк! Байрам сараһында балаларға шиғырҙар ятларға, хатта монтаж эшләргә лә мөмкин бит! Мәҫәлән, унда яҙыусының "Башҡортостан", "Ҡурай тарихы", "Башҡорт теле" "Салауат батыр", "Мин - башҡорт малайы!" тигән һәм башҡа шиғырҙары урын алған. Ә бит элек ундай шиғырҙарҙы табып булмай торғайны.
Бәләкәйҙәргә барғанда класс етәксеһе, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле уҡытыусы Сәриә Ишмөхәмәт ҡыҙы Ғәбиҙуллина беҙҙе бик йылы ҡаршы алды. Бүләк биргәс, ҡыҙҙар-малайҙар ҡыуанып китте һәм беҙ иҫтәлеккә фотоға ла төштөк, - тип хәбәр итә Иршат Теләүембәтов.

Балаларҙың ҡыуанысын ихлас уртаҡлашабыҙ, ә киң күңелле яҙыусыға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас