Яңыраҡ конкурсҡа барған Байназар мәктәбе уҡыусылары - "Еҙ үксә" ансамбле бейеүселәре Мәскәү ҡалаһында проводницаны бик ҡыуандырып ҡайтҡандар. Поезда эшләүсе Әбйәлил ҡыҙы Рәғиҙә Хызырова башҡортса һөйләшкән балаларға үҙ туғандарын күргәндәй ҡыуанған икән.
Бына нимәләр яҙа ул:
"- Һаумыһығыҙ!
Аңғармаҫтан, төптө уйламағанда һеҙҙең менән ошондай иттереп, саф башҡортса һаулыҡ алһын әле бер бала, аптырамаҫ инегеҙме? Яҡҡ, аптырау ҙа түгел ул тойғо, ул шундай матур, шундай танһыҡ бер көй һымаҡ яңғыраны минең ҡолаҡ төбөндә, мин кинәндем. Әллә күпме көтөп алған матур моңдай ишетелгән ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсе, үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр күргән үҫмер баланы ҡосаҡлап уҡ, арҡаһынан тупылдатып һөйөп алдым! Һуң шулай итмәҫлек тә түгел ине шул. Бер ай ялһыҙ эшләп йөрөйөм. Йыйын урыҫ араһында. Әле лә вагонға инеү әҙере, башлап үҙем үк өйрәнеш буйынса :
- Здравствуйте, - тигән инем.
- Һаумыһығыҙ! - тимәһенме!
Мөғжизәле бер һүҙ менән мине ҡыуандырыусы баланың хатта исемен дә һорарға оноттом. Шул саҡ үҙем, быныһында инде үҙем салон буйлап, рәхәтләнеп үҙе телемдә һаулаша - һаулаша йүгереп йөрөп сыҡтым. Эйе, поезд ни тиклем шәп барһа, шул тиклем тартҡылай, әле ул яҡҡа, әле был яҡҡа ырғыта һине, ә мин шуның һайын етеҙерәк, шуның һайын тиҙерәк күрешеп өлгөрөргә тырыштым.
- Балаҡайҙар, башҡорттарым, һеҙ ҡайҙан? Ниндәй район? Мәскәүҙә ни эштәр бөтөрөш?
Уның һайын үҙемә лә һорауҙар яуа! Ә балалар Бөрйәндәр, Байназар ауылы бейеүселәре! Мәскәү һынлы Мәскәүҙә беренсе урын яулаусы бейеүселәр -,, Еҙ үксә "ләр килә беҙҙең менән! Ғорурлыҡ! Ябай ауыл балалары, төпкөл район, урман балалары, һоҡланғыс балалар. һеҙҙең талантты үҫтереүгә өлөш индергән һәр береһенә оло рәхмәттәр, ҡыуаныстар өләшеүсе бейеүселәр, тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылыр ваҡиға бит был һеҙҙең еңеү! Алдағы тормош юлдары тигеҙ булһын. Ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яуларға насип булһын! Барса теләгән изге теләктәрегеҙ ҡабул булһын! Яҡшы уҡырға, оло тормош юлында бары тик иң саф, эскерһеҙ күңел менән йәшәргә аҡ юлдар асылһын, Бөрйән бейеүселәре!
Бригадала эшләүселәр алдында үҙем ошо балаларҙың еңеүе, үҙебеҙҙең телдә, матур иттереп башҡорт телендә аралашыуҙан бер башҡа үҫтем! Әсә - аталары, уҡытыусылар, бейеүгә һөйөү тәрбиәләүсе, башҡорт рухын үҫтереүгә тос өлөш индергән һәр береһе алдында рәхмәттәр әйтәм. Мин хатта булһа ҡыуанып бөтә алмайым әле ул. Ярты сәғәт эсендә мин һеҙҙе яратып өлгөрҙөм! Тфү, тфү, яман күҙҙәр теймәһен, яман һүҙҙәр инмәһен. Бәхетле, оҙон ғүмер юлы теләйем.
Ул арала үҙемдең дә районымдан еңеүселәр менән танышып, аралашыу бәхете тейҙе әле ул. Әбйәлилемдең йөҙөк ҡашы - беренсе урын яулаусы ҡатындар, поезда ла буш ултырмай, бисер менән таҡыя биҙәкләү менән булаша инеләр! Һоҡланмау мөмкин түгел!
Балаларҙың миңә биргән һорауҙарға яуабым! Эйе, мин эшемде яратам, сөнки мине юлдар ҡайҙа ғына итһә лә, алыҫ юлға сыҡҡан осраҡта ла һәр ваҡыт ошондай матур осрашыуҙар, яҡшы кешеләр менән танышыуҙар миңә дәрт өҫтәй. Күңелем тыныслыҡ таба. Ауыр эшемдә еңеллек биреүсе пассажирҙар булыуы минең өсөн мең мәртәбә ул".
Афарин, балалар!