-Башҡалабыҙға барып, “Бәхетнамә” тапшырыуында ҡатнашырға тура килде. Саҡырыу ҡапылыраҡ булғас, икеле уйҙар менән сығып кителгәйне, шул хәтле ҡыуанып йөрөп ҡайтылды.
Тапшырыу ир-егеттәрҙең баш кейеме бүрек темаһына арналғайны. Минең Риф Мифтахов ижадына арналған шиғриәт бәйгеһендә еңеүем менән дә ҡотланылар. Бүрек тегеү оҫтаһы Илсур атлы егеттең шәп бүләген һәм диплом тапшырҙылар.
Был еңеүҙә мине дәртләндереп, үҙҙәренең тауыштарын биргән туғандарыма, дуҫтарыма, класташтарыма, ауылдаш-райондаштарыма, таныш һәм таныш булмаған дуҫтарҙың барыһына лә оло рәхмәтемде еткерәм.Тапшырыу бик йәнле, матур булды. Миңзиә, Гөлназ һылыуҙарға рәхмәт. Эштәрегеҙ уң булһын, кешеләрҙе ҡыуандырып, үҙегеҙ ҙә ҡыуанып йәшәгеҙ, һылыуҙар.
Тапшырыуҙан, шулай итеп, бүрекле лә, дипломлы ла булып, яңы дуҫтар табып, оҫталарҙың эштәренә һоҡланып, “Бәхетнамә”нән бәхетле булып ҡайттым.
Бүрек берәү, улдарым икәү булғас, көлөп, кемегеҙгә булыр, тиһәм, үҙ-ара шахмат ярышы ойоштороп, бүлешмәһәк, тип көлдөләр инде.
Илдәр тыныс булып, һәр кем бәхетле булып, шат йылмайып йәшәһен! – тип тәьҫораттары менән бүлешә Ҡәмәриә апай.
Шатлығығыҙҙа ихлас уртаҡлашабыҙ! Ҡыуаныстарығыҙ дауамлы булһын!