Йәмғиәт
6 Ноябрь 2024, 06:20

Ҡотандар маскировка селтәрҙәре үрә

Ҡотан ауылында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ("Своих не бросаем") тигән ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ольга Попова тарафынан маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар һатып алыуға аҡса средстволары йыйыу ойошторолған.

Ҡотандар маскировка селтәрҙәре үрәҠотандар маскировка селтәрҙәре үрә
Ҡотандар маскировка селтәрҙәре үрә

Ҡотан ауылында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” ("Своих не бросаем") тигән ирекмәндәр хәрәкәте етәксеһе Ольга Попова тарафынан маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар һатып алыуға аҡса средстволары йыйыу ойошторолған.

-Финанс ярҙамығыҙ өсөн һәр берегеҙгә рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең ярҙам менән 55 мең 100 һум аҡса йыйылды. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, тыныс күк йөҙө, ә махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә өйҙәренә имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Йыйылған аҡсаға маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материал алыуға заказ бирелде.

Әлеге ваҡытта бынан алдағы йыйымдан ҡалған материалдан маскировка селтәрҙәре үреүҙе башланыҡ, - тип хәбәр итәләр
Кутановский Дом-Культуры  төркөмөндә. # Своихнебросаем

Афарин, ҡотандар!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас