-Рәмил Миңлеәхмәт улы, һүҙҙе һеҙҙең биографияғыҙҙан башларға кәрәктер...
-Мине күптәр беләлер инде – сөнки юғары уҡыу йортон тамамлағас, ғаиләм менән бында тиҫтә йылдан артыҡ эшләп киттек.
Биографияма килгәндә, Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында тыуғанмын. Тыуған төйәгем Торатауҙың эргәһендә. Ишембай ҡалаһы ла беҙҙән 2 саҡрым тирәһе генә. Ул саҡта беҙҙә башланғыс мәктәп бар ине, хәҙер уның кәрәге юҡ. Ауыл уҡыусыларын мәктәп автобусы менән ҡала мәктәбенә йөрөтәләр.
Башланғыс кластарҙы тамамлағас, уҡыуымды Ишембайҙа дауам иттем – Ишембайҙағы башҡорт гимназияһында белем алдым. Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юлландым - Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға индем. Уҡып бөткәс, Ишембайға ҡайтҡайныҡ, табип-стоматолог һөнәрле ҡатыным Фәнилә Хаммат ҡыҙын Бөрйәнгә эшкә ҡайтырға саҡырҙылар. Шулай Бөрйәнгә ҡайтып төштөк. Ҡатыным район үҙәк дауаханаһында эшләй башланы, мин урман хужалығына юрист булып эшкә индем. Унан һуң судъя ярҙамсыһы, судъя вазифаларын башҡарҙым.
Бөрйәндә 10 йыл тирәһе йәшәгәс, Өфөгә күсеп киттек. Унан, ата-әсәйем оло кешеләр булғас, уларға яҡыныраҡ булыр өсөн кире Ишембайға ҡайттыҡ. Ишембай районы хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе, совет секретары, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым.
Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың тәҡдиме буйынса бына Бөрйәнгә кире ҡайтырға насип булды.
-Был тәҡдимде нисек ҡабул иттегеҙ? Икеләнеү булманымы?
-Юҡ, бик йылы ҡабул иттем. Элек эшләп киткән ер бит.
-Һеҙ үҙегеҙҙе бында сит кеше итеп тояғыҙмы әллә Бөрйән кешеһе итепме?
-Ниндәй сит кеше булайым инде мин.
Йәш сағымда ошонда төп хеҙмәт юлымды башланым, ҡатыным ошо Бөрйән ҡыҙы, балаларыбыҙ Бөрйәндә донъяға килде. Туғандар, дуҫтар бар. Үҙ яғыма ҡайтҡан һымаҡ ҡайттым бында.
Мин Бөрйәнде ныҡ яратам. Ишембай тәүге тыуған ерем булһа, Бөрйән икенсе тыуған төйәгем һымаҡ. Миңә бында барыһы ла оҡшай: тәбиғәте лә, ябай, алсаҡ кешеләре лә.
“Сит кеше” тигән һүҙбәйләнеш миңә бөтөнләй йоҡмай. Бынан киткәс тә Бөрйән менән бәйләнеште өҙмәнек – әленән-әле ҡайтып торҙоҡ. Бөрйән миңә ҡәҙерле һәм яҡын. Мин уның тағы ла матурайыуына, үҫеүенә өлөш индерә алһам, маҡсатыма өлгәшә алдым, тиер инем.
-Балаларығыҙ хәҙер ҙурайғандар инде...
-Ғаиләбеҙҙә 3 бала. Өлкән улыбыҙ Өфө авиация-техник университетын тамамлап, Ишембайҙағы оборона предприятиеһында үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөй. “Машиностроение” факультетын тамамлағайны, “Витязь” тигән заводта шул йүнәлеш буйынса өлкән мастер. Икенсе улыбыҙ колледж тамамланы ла ул да шул уҡ йүнәлеш буйынса юғары белем ала. Эшләп тә йөрөй. Ҡыҙыбыҙ 10-сы класта белем ала. Балаларым барыһы ла үҙем уҡыған башҡорт гимназияһында уҡынылар. Ҡатыным Фәнилә табип-стоматолог булып эшләне. Бөрйәндә лә ошо һөнәре буйынса эшен дауам итер тип уйлайым.
-Эшегеҙҙә нимә ҡыҙыл һыҙыҡ булып үтәсәк?
-Иң беренсе сиратта йәштәргә иғтибар итергә, уларҙың идеяларын тыңларға, уларҙы үҫтерергә, инициативаларын тормошҡа ашырырға ярҙам итергә ниәт. Сөнки йәштәр ауыл ерендә ҡала икән, тимәк, балалар баҡсалары, мәктәптәр гөрләп эшләйәсәк, кешеләргә эш урындары ла буласаҡ тигән һүҙ. Әлбиттә, был ололарға иғтибар бирмәү тигәнде аңлатмай – ололарҙы хәстәрлектән, ярҙамдан өҙөргә ярамай.
-Эйе, йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу мәсьәләһе йылдан-йыл киҫкенләшә бара. Сер түгел, эш булмағас, йәштәр эш булған ерҙәргә күсә. Һөҙөмтәлә, ауылдарҙа балалар һаны кәмей, ауылдар ҡартая...
-Ошоға тиклем Бөрйәндә тыуым иң юғарыһы булып килде. Тик һуңғы арала яйлап кәмеү күҙәтелә. Мәҫәлән, уҡыусылар һанын ғына алып ҡарайыҡ. Былтырғы уҡыу йылында район мәктәптәрендә 3000 самаһы бала белем алһа, быйыл 100-гә әҙерәк – 2900 тирәһе. Бер йылда 100-гә кәмеү бик ҙур күрһәткес.
Әлбиттә, йәштәрҙе ауыл еренә ылыҡтырыу бик мөһим. Бының өсөн ауылда шарттар булдырылырға тейеш. Кешегә иң беренсе донъя көтөр өсөн килем сығанағы – эш кәрәк. Эш булһа ғына йәшәй алабыҙ. Саф һауалы ерҙә - ауылда туғандар, дуҫтар менән аралашып, малсылыҡ, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп йәшәү бик уңайлы. Үҙ эштәрен асырға теләүселәр өсөн хөкүмәт тарафынан төрлө программалар, субсидиялар ҡаралған. Ауыл хужалығы өлкәһендә төрлө субсидиялар бар. Стартап, тибеҙ. Теләк кенә булһын, терәк буласаҡ. Ҡортсолоҡ менән булышаңмы, йылҡысылыҡ менәнме, малсылыҡ менәнме – һәр береһе буйынса төрлө программаларға инеп китергә мөмкин.
Был, ысынлап та, бик етди мәсьәлә. Бөтәһе лә бер-береһенә бәйләнгән. Балалар булмаһа, мәктәбе лә, балалар баҡсаһы ла бөтә. Спорт һарайҙары төҙөп ҡуйһаҡ та, унда йөрөүсе булмаясаҡ. Дәрте булған кешеләргә кәртә ҡуйырға ярамай, киреһенсә, булышлыҡ итергә кәрәк.
-Һеҙҙеңсә, теләһә ҡайһы өлкәлә үҫешкә, уңышҡа нимә ҡамасаулай?
-Кеше баш баҫып эшләп йөрөй-йөрөй ҙә, уның эшен ваҡытында күрмәһәң, ул апатияға бирелә, ҡул һелтәй. Шуға кеше дәртләнеп, бирелеп китеп эшләһен өсөн уның хеҙмәтен күреп, мәлендә баһаларға, яҡшы һүҙ булһа ла әйтеп барырға кәрәк. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Тырышлығын баһалаһалар, кеше тағы ла дәртләнеп, ҡанатланып китә. Ләкин беҙҙә ҡайһы саҡ берәү әҙерәк күтәрелеп, аҡса эшләй башлаһа, икенсе берәүҙә көнсөллөк тигән нәмә ҡалҡып сыға. Бер-беребеҙҙе күтәрмәләү урынына төпәләргә әҙер торабыҙ. Көнсөллөк тойғоһо үҫешкә ныҡ ҡамасаулай. Менталитет тиергә яратабыҙ. Менталитет ғөрөф-ғәҙәттәрҙә, йолаларҙа ғына сағылырға тейеш. Тормошта бер-береһенә булышлыҡ итеп, бер-береһен күтәрмәләп йәшәгәндәрҙән өлгө алырға кәрәк. Бер-береңде тартып, бергәләшеп эшләү һәм йәшәү мөһим.
-Теге йәки был урынға ҡуйылған етәксе, ғәҙәттә, эште ниндәйҙер яңылыҡтар индереүҙән, структур үҙгәрештәрҙән башлай...
-Мин Бөрйәндә эшләмәгән йылдарҙа Бөрйән байтаҡ үҙгәреш кисергән. Ыңғай яҡтар бар. Яңы мәктәптәр төҙөлгән. Ситтә йөрөп килгәс, хәҙер мин икенсе күҙлектән ҡарайым. Быға ҡәҙәр ҡалала йәшәгәс, ундағы тормош менән бындағыны сағыштырам. Яңылыҡтар кертергә тырышасаҡмын. Башланым да инде, тип әйтергә була.
Мәҫәлән, дүшәмбе көнө үтә торған оперативкаларҙы киңәйтелгән кәңәшмә форматында ойоштора башланым. Унда хәҙер райондағы ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла саҡырыла. Урынбаҫарҙарым, ойошма-предприятиелар, бүлектәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре буласаҡ. Был кәңәшмәләрҙә теге йәки был проблемалар ныҡлы тикшерелеп, уларҙың үтәлеше өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләнәсәк, үтәү өсөн сроктар ҡуйыласаҡ. Артабанғы кәңәшмәлә поручениеның үтәлеү-үтәлмәүе тикшереләсәк. Һәр оперативкала ҡарарҙар сығарылырға тейеш. Килеп кенә ултырҙың да ҡайтып киттең булырға тейеш түгел.
Алып барылған эштәр, оперативкала ҡуйылған бурыстар хаҡында социаль селтәрҙәр, район гәзите аша халыҡҡа күрһәтеп барырға ниәтләйем. Шул уҡ ваҡытта халыҡтан шул мәғлүмәттәргә реакция ла көтәм, теләктәр, тәҡдимдәр өмөт итәм. Халыҡ теге йәки был мәсьәләне күтәреп, комментарийҙар яҙһын ине. Юғиһә, комментарийҙар бик яҙмайҙар.
“Таң” гәзите биттәрендә лә райондағы теге йәки был проблемалар хаҡында уҡығы килә. Был әрләү ҙә түгел, ошаҡлашыу ҙа түгел, тормошто яҡшыраҡ итеү өсөн проблема күтәреү форматында булырға тейеш.
Минең төп кредом - халыҡтың фекерен тыңлап, халыҡҡа таянып, бергә кәңәшләшеп эшләү. Мин халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләргә килгәнмен. Миңә етәкселәр ҙә теге йәки был мәсьәлә хаҡында еткерергә мөмкин. Ләкин улар үҙ позицияһынан сығып һөйләй бит инде. Халыҡтың күҙе лә үткер, һүҙе лә тапҡыр ул.
Структур үҙгәрештәргә килгәндә, эшләп өйрәнгән кешеләр ниндәй етәксе булғанда ла тырышып эшләй. Тағы ла ҡабатлайым - йәштәргә юл асыу яҡлымын. Йәштәрҙең инициативаларын күргем килә.
Бер кемгә лә шәхси күралмаусанлыҡ юҡ миндә. Кешене эшенә ҡарап баһалайым. Әлбиттә, эштә репрессив ысулдар ҡулланыу яҡлы түгелмен, һәүетемсә дипломатик юл менән килешеп эшләү яҡлымын. Иң мөһиме, эштең һөҙөмтәһе булһын.
-Район үҙәге менән танышып сыҡҡанһығыҙ. Шуға бәйле ниндәйҙер фекерҙәр тыуманымы?
-Уй-ниәттәр бар. Киләсәктә социаль объекттар төҙөргә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) тәүге ҡатта урынлашҡан офис кәрәк. Әле икенсе ҡатта бит инде. Ололар, инвалидтар өсөн был ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеп юлын табып, яңы бина төҙөү тураһында уй бар. Асфальт юлдарҙағы тишектәрҙе ямап тороу хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн бик мөһим. Баҙарҙың асыҡ һауала булыуы ла дөрөҫ түгел. Заманса шарттар менән яңы урында яңы баҙар төҙөү кәрәк. Сөнки үҙәктә хәҙер автомобиль ҡуйырлыҡ та урындар ҡалмай бара. Үҙәкте автомобилдәрҙән бушатыу мөһим.
Хәл итеү көткән мәсьәләләр күп. Үҙәк дауахананан Урал урамына ағып ятҡан һыу – дауахана канализацияһы ҙур мәсьәлә. Контролгә аласаҡмын. Хөкүмәт, һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамы менән эшләп булыр тип уйлайым. Киләсәктә модернизация программаһына эләгеп, яңы поликлиника бинаһы һәм таҙартыу системаһы төҙөтөү уйы бар. Әлеге көндә был мәсьәлә буйынса документ эштәре менән шөғөлләнәбеҙ.
-Сүп-сар, тәбиғәтте бысратыу мәсьәләһе лә көнүҙәклеген юғалтмай. Мәҫәлән, мал зыяраты яғында санкцияланмаған бик ҙур ҡыйлыҡ барлыҡҡа килгән...
-Эйе, күрҙем. Таҙартасаҡбыҙ, әлбиттә. Халыҡтың тәбиғәткә ҡарата вайымһыҙлығы, сүп-сарын ҡайҙа етте, шунда түгеүе арҡаһында хәҙер уны таҙартыу өсөн беҙгә бюджеттан аҡса тотонорға тура киләсәк. Беҙ уны икенсе нәмәгә ҡулланыр инек. Ғөмүмән, сүп-сар мәсьәләһен ныҡлап юлға һалырға кәрәк. Мәҫәлән, үҫемлек ҡалдыҡтарын, хатта навоздарын “Эко-Сити” контейнерҙарына һалған кешеләр бар. Көслө ел булмаған көндәрҙә, ямғырлы мәлдәрҙә, тейешле талаптарҙы үтәп, үҫемлек һабаҡтарын үртәргә лә мөмкин. Мунсала яғырға мөмкин булған ҡағыҙ-фәләнгә тиклем кеше контейнерҙарға һала.
-Туризм – Бөрйәндең киләсәге, тибеҙ. Районға бер йәйҙә генә лә 50-70 мең турист килеүе туризмдың Бөрйәндең бөгөнгөһө икәнлеген дәлилләй. Тик беҙҙә юл буйы сервисы үҫешмәгән. Ябай ғына бәҙрәфтәр ҙә юҡ. Эшҡыуарҙарға уйланырға урын бар һымаҡ...
-Юл буйы сервисын үҫтереү бик мөһим. Кеше туҡтап ял итеп, ашап, машинаһына бензин ҡойоп китерлек булырға тейеш. Шүлгән мәмерйәһе яғына яғыулыҡ станцияһы мотлаҡ кәрәк. Әлбиттә, сервис хеҙмәттәре - ашхана, бәҙрәф-фәләндәре менән бергә.
Эшләргә теләгән кеше генә булһын. Эшләйем тигән кешегә субсидия бирелә. Ер участкаһына тиклем сауҙаһыҙ (торгтарһыҙ) алыу мөмкинлеге бар. Ошо эш менән ҡыҙыҡһыныу ғына кәрәк. Быйылғы ямғырлы йылда ла районға 50 мең тирәһе турист килгән. Ихтыяж бар, тәҡдим көтәбеҙ.
Ауыл кешеләренә лә йүнселерәк, әүҙемерәк булырға кәрәк. Юл буйында, әйтәйек, Шүлгән яғына төшкән яҡта сауҙа итеп йәки бәләкәй генә лавка ҡуйып, туристарға шәхси хужалығыңда етештерелгән продукцияны тәҡдим итеп кенә лә байтаҡ килем алырға мөмкин. Әлбиттә, тейешле санитар талаптарҙы үтәп, ит-һөтөңә тейешле справка алып инде. Көнө буйы ла торма, иртәнсәк 1-2 сәғәт, кискә ҡарай 1-2 сәғәт кенә торһаң да етә. Еләк-емештәр һатырға мөмкин. Бының буйынса эшләргә кәрәк.
-Юлдар айырым интервьюлыҡ мәсьәлә инде...
-Темәс, Сибай яғына киткән юл буйынса ла ярҙам һорарға уй бар. Сөнки кеше ул яҡтарға даими йөрөп тора. Әле бына Ишембай Ҡолғонаһы яғынан юл буйынса боҙ ҡуҙғалды. Киләсәктә ул яҡтан Стәрлетамаҡ, Өфө яғына юл ҡыҫҡарасаҡ.
-Эскелек мәсьәләһе лә үҫешкә ҡамасаулыҡ иткән, рухты һындырыусы күренештәрҙең береһе.
-Законһыҙ алкоголь һатҡан нөктәләрҙе ауылдарҙа халыҡ та, хакимиәт башлыҡтары ла яҡшы белә.
Ләкин “һатмайҙар”. Тик бының, киреһенсә, халҡыбыҙ тамырына сабылған балта икәнен генә аңлап етмәйбеҙ – ул сауҙагәрҙәр үҙенең милләттәшенә, күршеһенә, ауылдашына ҡайҙандыр осһоҙ хаҡҡа алынған шикле алкоголь эсереп, уны юлдан яҙҙыра, ғаиләһенә, сәләмәтлегенә зыян килтерә. Улар кешене йәлләмәй, ә беҙ ниңә уларҙы йәлләргә тейешбеҙ әле ул? Кемдеңдер араҡы эскеһе килә икән, магазиндан һатып алып эсһендәр.
Аҙғынлыҡ, ғаиләләр боҙолоу кеүек күренештәрҙең башы ла шул эскелеккә барып тоташа. Быларҙың береһен дә ҡабул итә алмайым. Айыҡ тормошҡа ынтылайыҡ, донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарайыҡ. Ғаиләләребеҙ имен булһын.
-Бөгөнгө көндә урап үтеп булмай торған йәнә бер мәсьәлә махсус хәрби операцияға бәйле...
-Эйе, был ҙур мәсьәлә. Президент тарафынан ҡуйылған йөкләмә. Сөнки, барыбыҙға ла мәғлүм, махсус хәрби операция бара. Көнбайыш илдәр беҙҙең илебеҙҙең үҙаллылығын, илебеҙҙең бер нәмәгә ҡарамай алға барыуын өнәп еткермәйҙәр. Элек үҙебеҙҙә технологияларҙы үҫтерергә, сәнәғәтте арттырырға кәрәкмәне – әҙерҙе ситтән һатып алдыҡ. Үҙебеҙгә башты эшләтеп торорға ла кәрәкмәне. Улар һаман шуны күргеләре килә. Модернизацияға, импортозамащениеға күскәс, үҙебеҙҙең һүҙҙе әйтә ала башлағас, ниндәй генә кәртәләр ҡуйып ҡараһалар ҙа, илебеҙ йәшәп ятҡас, берәүгә лә ҡул һоноп бармағас, ахыры, Украинаны заложник итеп алып, уны беҙгә ҡаршы һөсләттеләр. Ә ул элекке бергә аралашып йәшәгән ил ине.
Әллә күпме ир-егеттәребеҙ, үҙҙәренең ил алдындағы бурысына тоғро ҡалып, ил именлеге һағына баҫты. Махсус операция дауам итә. Бөгөн контракт менән хеҙмәт итеүҙе ойоштороу – иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әгәр беҙ бөгөн шуны эшләмәһәк, НАТО танкыларының Иҫке Собханғол урамдары буйлап үтеүен көтөп ултырабыҙ булып килеп сыға.
Патриотизм, илһөйәрлек тойғоһо бик ҙур нәмә ул. Элек армияға бармаған егеттәргә хатта ҡыҙҙар ҙа ҡарамай торғайны. Егеттәр армиянан ҡасып йөрөмәне. Бөгөн бәғзеләр армияға бармау өсөн нимә генә эшләргә тырышмайҙар. Һәм ундайҙарҙы “текә” тип ҡабул итәләр. Патриотизм тойғоһо балалар баҡсаһынан, мәктәптән тәрбиәләнергә тейеш.
Контрактникмы, ирекле рәүештә юлланыусымы, мобилизация менән китеүсеме – улар барыһы ла геройҙар! Уларҙы үҫтергән ата-әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ. Уларға ярҙам итергә тейешбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр: “Улар аҡса эшләргә бара бит ул” тиҙәр. Юҡ, аҡса өсөн генә китмәй улар, беҙҙе һаҡларға китәләр. Халыҡ ошоно дөрөҫ аңлаһын ине. Йөрәгендә ил тойғоһо, илһөйәрлек тойғоһо булған ир-егет иленә хәүеф янағанда өйҙә ятмаҫ. Сөнки әүәлдән ир-ат ил ҡалҡаны булған.
-Рәмил Миңлеәхмәт улы, һорауҙарға ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Эштәрегеҙгә уңыштар насип булһын!
-Халыҡҡа ишектәрем асыҡ. Райондың үҫеше, тормошто яҡшыртыу буйынса фекерҙәрегеҙ, тәҡдимдәрегеҙ бар икән – рәхим итегеҙ. Ләкин ялыу, ошаҡ менән килеүселәрҙе ҡабул итә алмайым.
Таңһылыу Баһауетдинова.