-Бөгөн сираттағы оператив кәңәшмә үтте. Кәңәшмә барышында районда оператив хәл-торош, йәшәйеште тәьмин итеү системаларының эше, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм медицина хеҙмәтләндереүе буйынса ағымдағы хәл, ауылдарҙы төҙөкләндереү кеүек төп мәсьәләләр ҡаралды.
Районда оператив хәл-торош һәм янғындар буйынса мәғлүмәт менән 73-сө янғын һүндереү часы һәм район эске эштәр бүлеге етәкселәре сығыш яһаны. Һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе күҙәтелә, ошоға бәйле водителдәрҙе юлда ныҡ иғтибарлы булырға, мотлаҡ рәүештә тиҙлек тәртибен һаҡларға, дистанцияны күҙәтергә, бигерәк тә йәйәүлеләр үтә торған урында һаҡ булырға саҡырам. Шулай уҡ район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүен һорайым. Хәүефле хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәл менән район үҙәк дауаханаһының баш табибы Тимур Насыров таныштырҙы. Бөгөнгө көндә районда эпидемиологик хәл тотороҡло. Шулай ҙа һаҡланыу сараларын күрер кәрәк. Район үҙәк дауаханаһы алдан төҙөлгән график буйынса халыҡты ауылдарға сығып ҡабул итеүҙе дауам итә.
“Цифрлы тигеҙһеҙлекте туҡтатыу” федераль программаһына ярашлы халыҡ һаны 100-ҙән 500-гә тиклем еткән ауылдарҙы Интернет һәм кәрәҙле телефон бәйләнеше менән тәьмин итеү буйынса тауыш биреү 17 ноябргә тиклем бара. Бөгөнгө көнгә ҡарата тауыш биреү һөҙөмтәләре менән район Хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин таныштырып үтте. Килдеғол ауылы 393 тауыш менән - 6, Яңы Мөсәт 220 тауыш менән - 13, Мораҙым 148 тауыш менән 21 урынды биләй. Ваҡыт әле бар, барығыҙҙы ла әүҙем тауыш бирергә саҡырам.
Көҙгө саҡырылыш кампанияһының барышы тураһында Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариаты начальнигы ярҙамсыһы Миңлегөл Ғүмәрованың сығышын тыңланыҡ. Был өлкәлә лә әүҙемлекте арттырырға кәрәк. Егеттәргә ил алдындағы бурыстарын үтәүгә яуаплы ҡарау мотлаҡ, тип һанайым.
Шулай уҡ бөгөнгө көндә актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып газета-журналдарга яҙылыу булып тора. Район гәзите “Таң”ға, республика баҫмаларына яҙылыу кампанияһы сиктәрендә ойошторолған акцияларҙан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам.
Социаль селтәрҙәге группалар, “Инцидент-менеджмент” аша килгән мөрәжәғәттәр һәм уларҙың хәл ителеүе тураһында сығыш тыңланыҡ. Халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе ваҡытында иғтибарға алып, ыңғай хәл итергә тырышабыҙ.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итте кәңәшмә барышы хаҡында Рәмил Миңлеәхмәт улы үҙенең сәхифәһендә.