Тәүге ҡар төшөү менән Исламбайҙа ҡаҙ өмәһе гөрләгән - Рәил һәм Миләүшә Хәйбуллиндар, ауыл уңғандарын саҡырып, йәй буйы күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап үҫтергән ҡаҙҙарын эш итеп алғандар.
-Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө муллыҡ һәм байлыҡ байрамдарының береһе. Октябрь-ноябрь айҙарында ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләп үтә. Борондан килгән күркәм йолабыҙ бөгөнгә тиклем һаҡланған. Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул.
Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таһыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Ҡошто ҡотло ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, татлы була, тиҙәр.
Байлыҡ, муллыҡ байрамына әүерелгән "Милләт ҡото- йолаларҙа" исемле ҡаҙ өмәһе Исламбай ауылында ла шаулап-гөрләп үтте.
Ҡаҙ ҡанаты, ҡаҙ өмәһе
Йылдарына бер була.
Үҙе йырлы, үҙе моңло
Ауыл шатлыҡҡа тула.
Ысынлап та, бергәләшеп эшләнгән эш үҙе үк байрам төҫө ала ла инде. Йырлай-йырлай, матур теләктәр теләп эшләнгән эш һә тигәнсе эшләнеп тә бөтә. Ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә атҡарып сығылды был күңелле байрам. Ҡаҙ өмәһе үҙенең эсенә алған бәләкәй генә йолалары менән дә бай. Өмәселәргә өлөшләп ҡаҙ ашы ашатып, ҡул хәйере биреп, рәхмәттәр әйтеп оҙатып ҡалды йорт хужалары Миләүшә һәм Рәил Хәйбуллиндар.
Ҡаҙ өмәләре гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың йәме һәм ҡото һаҡлана, иң мөһиме – халҡыбыҙҙың милли йолалары юғалмай, быуындан-быуынға күсә килә, - тип хәбәр итәләр Исламбаевский СДК ( Айыҡ ауыл-2022) төркөмөндә.