Йәмғиәт
5 Ноябрь 2024, 03:40

Бөрйән уҡыусылары – “Йыл уҡыусыһы” төбәк конкурсында

Өфө ҡалаһында “Йыл уҡыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Башҡортостандан 230 талантлы уҡыусы “Йыл ирекмәне”, “Йыл интеллекты”, “Йыл спортсыһы”, “Йыл патриоты”, “Йыл йәмәғәтсеһе”, “Йыл белем алыусылар советы рәйесе” һәм “Йылдың ижади шәхесе” тигән 7 номинацияла иң-иң яҡшылар исеменә көс һынашты.

Бөрйән уҡыусылары – “Йыл уҡыусыһы” төбәк конкурсындаБөрйән уҡыусылары – “Йыл уҡыусыһы” төбәк конкурсында
Бөрйән уҡыусылары – “Йыл уҡыусыһы” төбәк конкурсында

Өфө ҡалаһында “Йыл уҡыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Башҡортостандан 230 талантлы уҡыусы “Йыл ирекмәне”, “Йыл интеллекты”, “Йыл спортсыһы”, “Йыл патриоты”, “Йыл йәмәғәтсеһе”, “Йыл белем алыусылар советы рәйесе” һәм “Йылдың ижади шәхесе” тигән 7 номинацияла иң-иң яҡшылар исеменә көс һынашты.

Төрлө номинацияларҙа Бөрйән районы данын Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 4 уҡыусыһы яҡланы: Радмила Бәхтиәрова – “Йыл патриоты”, “Ишморат Күлбаев – “Йыл спортсыһы”, Нурия Хәлиуллина һәм Русалина Шахниязова “Йыл йәмәғәтсеһе” номинациялары буйынса сығыш яһаны.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең төплө белемдәрен һәм таланттарын күрһәтте. Жюриға еңеүселәрҙе һайлап алыу еңел булманы.

Сараның финал ҡотлау өлөшө 18 ноябрҙә “Торатау” Конгресс-холында үтә. Шул сарала Башҡортостандың иң яҡшы уҡыусыларының исеме иғлан ителәсәк.

Районыбыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһаған уҡыусыларға уңыштар теләйек.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас