-Бөгөн уңған ҡыҙҙарыбыҙ менән тәмле генә "Ҡоймаҡ байрамы" ойошторҙоҡ. Һәр хужабикәнең үҙенә генә хас ҡоймаҡ ҡойоу сере бар. Шул серҙәр менән бүлештек.
Фирүзә апай Алтыншина ашҡабаҡ ҡоймағы килтереп ҡыуандырҙы. Бик тәмле булды.
Балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләүсе үҙ эшенең оҫтаһы Айһылыу апайыбыҙ маррокан ҡоймағы ҡойоу буйынса оҫталыҡ сәғәте үткәрҙе. Ҡабарып, күҙләнеп кенә бешкән ҡоймаҡ барыһына ла оҡшаны.
Артабан, йәмле сәй табынынан һуң, әхритә бейеп таралыштыҡ.
Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Табындарыбыҙ мул булһын. Шул табында туғандар, яҡындарыбыҙ менән гөрләп йәшәргә яҙһын, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.