Йәмғиәт
2 Ноябрь 2024, 05:25

Гөрләтеп донъя көтәләр

Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Фәрғәт һәм Светлана Әхмәтовтарҙың ыҡсым ғына донъяһы әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә.

Май сүлмәге тышынан билдәле – урамға йәм биреп ултырған йорттары эстән дә төҙөк, бөхтә, уңайлы. Дүрт балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп үҫтергән Әхмәтовтар ауылда өлгөлө, тырыш ғаиләләрҙең береһе. Кәртә тулы һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт аҫрап, үҙҙәренән артҡанды һатып, ғаилә бюджетына ярайһы ғына килем туплап йәшәй улар. Ҡортсо тигән даны ла бар Әхмәтовтарҙың. Йорт янындағы умарталарҙан тыш солоҡ та тоталар. Малай саҡтан балта эшенә оҫта  хужа солоҡ өсөн түмәрҙәрҙе үҙе эшләй. Заказға эшләтеп алыусылар ҙа бар. Иллеләп түмәр эшләп биргән саҡтары ла булған.

Ғаиләһендә өтөк тигән баһа алған Фәрғәт ағай бөтә эште лә мәлендә башҡарырға тырыша. Мәҫәлән, картуфты йыл да апрель аҙағы - май баштарынан да ҡалмай ултырталар. Бесәндәренең яртыһын быйыл ямғырҙарға тиклем эшләп өлгөрөп ҡалғандар. Ҡышҡылыҡҡа утындары ла күптән әҙер. Өҫтәүенә, Фәрғәт ағай техниканы өнәп етмәй, эштәрҙе күберәк ҡул менән башҡарырға тырыша. Картуф баҡсаһын да көрәк менән үҙҙәре ҡаҙа, бесәнде лә тулыһынса ҡул көсө менән эшләйҙәр. Барлыҡ хужалыҡ эштәрендә ярҙамсылары – үҙе кеүек егәрле, сос улдары. Ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған хужа һис буш тормай. Кәрәк булһа, ҡырға эшкә лә сығып китә, ҡатынына еләк-емешен дә йыйыша. Һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы булған Фәрғәт ағай спорт ярата. Ауылдаштары менән волейбол, бильярд уйнарға йөрөй. Ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар ҙа ала. Әле ул мәҙәниәт йортонда ут яғыусы булып эшләй.

Фәрғәт Фазулла улы хеҙмәт юлын мәктәптә башлай. Ул ваҡытта Светлана апай юғары кластарҙа уҡып йөрөгән була. Ҡыҙ мәктәпте тамамлап, һөнәр алып ҡайтҡас, уға тәҡдим яһай. Мөхәббәт хистәрен юғалтмай, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһен ихтирам итеп, ҡәҙерләп йәшәй улар.

Ике уңған пар килгән, тип әйтергә була улар хаҡында. Ҡул эштәренә оҫта Светлана апай нимәгә генә тотонһа ла, гөл итә: түшәктәр, биҙәкле селтәрҙәр,  ултырғыс, диван япмалары, семәрле ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, сәскәләр үҫтерергә ярата. Ашнаҡсы һөнәренә эйә хужабикә яҡындарын тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Ике генә йәшенән әсәйһеҙ ҡалған Стәрлетамаҡ ҡыҙы әсәһенең тыуған ауылы Ғәлиәкбәрҙә өләсәһе ҡарамағында үҫә. Ҡәҙерле кешеһенә бик рәхмәтле ул. Ҡыҙҙары тыуғас, уның хөрмәтенә һәм иҫтәлегенә Фәриҙә тип исем ҡушалар. 5-се класта уҡыған Фәриҙә ғаиләлә төпсөк бала һәм бер бөртөк кенә ҡыҙ. Хәҙер  инде ҡул араһына ингән, әсәһенә өй эштәрендә ихлас ярҙамлаша. 

Әхмәтовтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек булдыҡлы, эшһөйәрҙәр. Өлкән улдары Рифҡәт ғаиләле, кәләше менән ҡыҙ үҫтерәләр. Ҡышын Себер тарафтарында йәшәйҙәр, эшләйҙәр, йәйгелеккә Бөрйәнгә ҡайтып, туризм менән шөғөлләнәләр. Быйыл бәләкәй улдары Азат та ағаһы янына Себергә эшкә урынлашҡан. Сирияла ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт итеп ҡайтҡан уртансы улдары Өлфәт, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр фажиғәле вафат булған.

-Ауылыбыҙ бик матур ерҙә - Нөгөш буйында урынлашҡан. Ауылыбыҙ ҙа йәмле, кешеләр ҙә дәртле - күмәк эшкә дәррәү ҡушылалар. Быйыл бөтә ауыл менән аҡса йыйып, район үҙәгенә илткән юлды юл хужалығы идаралығы техникаһы ярҙамы менән һәүетемсә рәтләп алдыҡ. Төпкөл ауыл булһаҡ та матур йәшәргә тырышып ятабыҙ, - ти Фәрғәт ағай.

Шулай, ваҡыттың, ғүмерҙең, яҡындарының ҡәҙерен белеп, етеш донъя көтөргә тырышып торғандарҙың эштәре гел уң, донъялары ҡотло, тормоштары сағыу була.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас