Бөгөн ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Көндөҙ һауа температураһы +3, +8 градус тирәһе.
Иртәгә шулай уҡ ямғыр, ҡарлы ямғыр күҙаллана. Юлдарҙа урыны менән тайғаҡ буласаҡ. Еүеш ҡарҙың ағастарға, сымдарға һарылыуы мөмкин. Көндөҙ һауа температураһы -3, +2 градус тирәһе.
4 ноябрҙә, дүшәмбе, урыны менән ҡар көтөлә. Төндә, аяҙытҡанда, һауа температураһы урыны менән -11 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин. Көндөҙ 0, -5 градус фаразлана.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Юлдар өҙәрем ваҡытта алыҫ сәфәрҙәргә сыҡмай тороуығыҙ хәйерлерәк булыр.
Имен-һау булайыҡ!