Йәмғиәт
1 Ноябрь 2024, 11:30

Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте

Район хакимиәте башлығы граждандарҙы ҡабул итте. Халыҡ дренаж траншеяһын төҙөү, Яуымбай ауылына газ үткәреү, юғалған ауылдар урынына знактар ҡуйыу һәм эшкә урынлашыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән.

Район етәксеһе халыҡты ҡабул иттеРайон етәксеһе халыҡты ҡабул итте
Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте

-Бөгөн шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул иттем. Халыҡ дренаж траншеяһын төҙөү, Яуымбай ауылына газ үткәреү, юғалған ауылдар урынына знактар ҡуйыу һәм эшкә урынлашыу кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Һорауҙарҙың бер өлөшө буйынса урында яуаптар һәм аңлатмалар бирелде, ә ҡайһылары ентекле рәүештә ҡарауҙы талап итә. Улар буйынса яуаплы етәкселәргә йөкләмәләр бирелде, үтәлешен контролдә тотасаҡмын.
Граждандарҙы һәр кесаҙна иртәнге сәғәт 10-дан ҡабул итәм, тығыҙ графикка бәйле ҡабул итеүҙе икенсе көнгә күсерергә лә тура килә.
Алдан яҙылыу өсөн телефон: 3-52-40.
Яуымбай ауылы халҡына газ үткәреүгә бәйле аңлашылмаусанлыҡтарға әйтеп китергә кәрәк. Күптәр газ үткәрергә теләүселәр исемлеген Ғизмитдин ағай төҙөгән, төшөп ҡалыусылар бар тигән мөрәжәғәттәр бар. Тик ысынында ла исемлек уның тарафынан төҙөлмәгән. Газ барыһының да участка границаһына тиклем үтәсәк. Шуға күрә борсолмаҫҡа саҡырам.
Газ үткәреү мәсьәләһе Ғизмитдин ағай тарафынан бер-нисә йыл элек күтәрелгән. Был йәһәттән эштәр ҡуҙғалып, ыңғай хәл ителеп бара.
Шулай уҡ билдәләп үтергә кәрәк, беҙҙең республикала йорттарға газ үткәреү өсөн айырым төр граждандарға сертификат булдырылды. Был сертификат республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә ташлама нигеҙендә газ үткәреүгә хоҡуҡ бирә. Бындай хоҡуҡ менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, килеме йәшәү минимумынан түбән булған мөмкинлеге сикләнгән граждандар, инвалид бала тәрбиәләгән һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр ҡуллана ала, - тип хәбәр итә Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин социаль селтәрҙә.

 

 

Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте
Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте
Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте
Район етәксеһе халыҡты ҡабул итте
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас