Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбенең өлкән класс егеттәре, бер төркөм хеҙмәткәрҙәр хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусы, әлеге ваҡытта улы МХО-ла ҡатнашыусы Зәкиә апай Муллағоловаға ҙур ярҙам күрһәткәндәр. #Ватан_һағында_беҙ_бергә
-Иҫкерә төшкән ҡойманы һүтеп, өр-яңынан эшләп тә ҡуйҙылар. Ауыл егеттәре эшкә: әрһеҙ, бағана соҡоро ҡаҙыу, таҡта ҡатыу булһынмы - ҡулдарында балта-сүкеш, көрәк-лом уйнап ҡына тора.
Өйрәтеп торорға бөгөнгө шикелле тәжрибәле ололар булғанда, бындай егеттәр менән тау аҡтарырға мөмкин. Кәртәне яңыртып, бер юлы ҡыйын үртәп, эште урын-еренә еткереп, инәйҙең ихлас рәхмәтенә хатта риза булып таралыштыҡ, - тип хәбәр итә Әбделмәмбәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Шәфҡәт Ғәлекәев.
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр.
#Ватан_һағында_беҙ_бергә