Награда “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” Дөйөм Рәсәй ижтимағы-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм ”Ватан һаҡсылары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы тарафынан булдырылған.
Был миҙалға әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ яугирҙарҙың тылдағы ғаиләләренә ярҙам итеүсе, йәштәр һәм ветерандарға өлгө булып тороусы атайҙар наградланды.
Улар араһында Бөрйән районынан Бикбулатов Рәфис Рәил улы ла бар. Ул – махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың, Генерал Шайморатов һәм Ҡаһарманлыҡ ордендары кавалеры Бикбулатов Байегет Рәфис улының атаһы.
Ил именлеге өсөн башын һалған яугирҙарыбыҙ – халыҡ күңелендә.