Йәмғиәт
31 Октябрь 2024, 06:35

Йәштәр урамында юл рәтләнә

Килдеғол ауылының Йәштәр урамының юлына таш түгеү эштәре бара. Кемдәрҙер техника менән ҡапҡаһынан сыға алмай ултырһа ла, берәү ҙә көйәләнмәй. Сөнки юлдар рәтләнә бит! Шул урамда йәшәүсе шағир йөрәкле, журналист рухлы Мөнир Фәйзуллин хатта ҡыуанысынан социаль селтәрҙәге сәхифәһенә шиғыр ҙа яҙып һалған:

Йәштәр урамында юл рәтләнәЙәштәр урамында юл рәтләнә
Йәштәр урамында юл рәтләнә

"Таш түгәләр беҙҙең "Йәштәр"
Урамына.
Ҡыҙыҡһынып ситтән ҡарап,
Торам бына.

Күләүектәр, соҡор-саҡыр
Бөтөр инде.
"Сәпит"тәр ҙә бик шәп елеп
Китер инде.

Шуны ғына көтөп йөрөй
Малайҙар:
"Юлды тиҙ(е)рәк тигеҙләһен
Ағайҙар."
М. Фәйзуллин.
Фотола: "Йәштәр" урамының иң әүҙем малайы, 5-се класс уҡыусыһы Рузил Мөхәмәтйәнов.

Йәштәр урамында юл рәтләнә
Йәштәр урамында юл рәтләнә
Йәштәр урамында юл рәтләнә
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас