"Ғаиләләр менән эшләгәндә туризмды файҙаланыу" стажировка майҙансығы сиктәрендә "Күпер" ғаиләгә һәм балаларға ярҙам үҙәге ирекмәндәре һәм Бөрйән районының “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре Яңы Собханғол ауылының бер нисә ғаиләһе өсөн Бәйет тауына сәфәр ойошторҙо.
“Ғаилә хеҙмәте белгестәре уларға үҙәк тарафынан тәҡдим ителгән хеҙмәттәр тураһында һөйләне һәм ҡатнашыусыларҙы экскурсия программаһы менән таныштырҙы. Тауға менеп ҡатнашыусы ғаиләләр ауылдың матурлығына һоҡланды. Психолог М. Вәлиева балаларҙы тыуған яҡтың тау, һыу исемдәре менән таныштырҙы, һуңынан хис-тойғоларҙы таныуға күнегеүҙәр эшләтте, үҙ-үҙеңде көйләү ысулдарын аңлатты.
Ҡайтыр юлда балалар «тарзанкала» шыуҙы. Һауа торошо ла ҡыуандырҙы, көн ҡояшлы һәм йылы торҙо. Әүҙем ялдан һуң ғаиләләр мәктәп ашханаһында сәй менән һыйланды.
Бөтә ҡатнашыусылар ҙа саранан яҡшы кәйефтә ҡайтты һәм киләсәктә үтәсәк сараларҙы уҙғарыу өсөн ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға теләк белдерҙе”, тип яҙалар Ғаилә хеҙмәте төркөмөндә.