+28 °С
Болотло
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Әҡсән ҡыҙы Хәкимова “Башҡортостан” гәзите үткәргән конкурста еңеп сыҡҡайны.
Әлеге ваҡытта ул ошо конкурстың бүләгенең мәнфәғәтен күрә – Өфөләге “Йәйғор” шифаханаһында ял итә.
Каникул мәлендә рәхәтләнеп ял итеүсе Фәнүзә Әҡсән ҡыҙына уңыштар, белемгә ынтылышлы уҡыусылар, алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйек. Ул быға бик лайыҡ кеше!