Йәмғиәт
30 Октябрь 2024, 12:00

Юлда балаларға иғтибарлы булайыҡ

Башҡортостанда 28 октябрҙән «Иғтибар - балалар!» акцияһы башланды.

Юлда балаларға иғтибарлы булайыҡЮлда балаларға иғтибарлы булайыҡ
Юлда балаларға иғтибарлы булайыҡ

Көн һайын беҙгә балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары тураһында мәғлүмәттәр килә. Балалар төрлө юл-транспорт ваҡиғаларында пассажир, йәйәүле булараҡ, йә булмаһа автомототранспорт руле артында йәрәхәттәр ала. Быйылғы йылдың 9 айы эсендә республикала 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 365 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 9 бала һәләк булған һәм 392-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә 28 октябрҙән «Иғтибар - балалар!» исемле киң күләмле акция башланды.

Республика уҡыусылары акция сиктәрендә ойошторолған «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» республика КВН-ы финалында, «Юл патруле. Төбәк 102», «Йәш хәрәкәт инспекторҙары медиаһы», «Йәш хәрәкәт инспекторҙары һөнәре» Бөтә Рәсәй социаль-мәғариф проекттарында һәм башҡа сараларҙа ҡатнаша ала.

Хәүефһеҙлек саралары сиктәрендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иғтибарҙы балаларҙың юл хәүефһеҙлеген иҫкәртеү мәсьәләләренә, шул иҫәптән яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ҡулланыуға, балаларҙы йөрөткәндә хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм балалар креслоларын ҡулланыу кәрәклегенә йүнәлтә.  Акция 15 ноябргә тиклем дауам итә.

Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.

Автор:Г. Хафизова
Читайте нас