28 октябрҙән 1 ноябргә тиклем «Мин-Йәш шәһитсе» проектында ҡатнашасаҡмын. Мине алда мауыҡтырғыс мәл көтә!
*
Медиамәктәптең беренсе көнө
Беҙ бөгөн, ниһайәт, төрлө райондарҙан килеп, проекта ҡатнаша башланыҡ. Лариса Абдуллина, Рита Стеничкина, Зөһрә Рәхмәтуллина тигән апайҙар беҙҙе Ш. Бабич һәйкәле янында ҡаршы алдылар. С. Юлаев һәйкәленә экскурсияға барып килдек, “Торатау” Конгресс холында ашап алғас, Рәми Ғарипов гимназияға урынлашырға килдек. Әле беҙ ял итәбеҙ.
Хәҙер мин фотоға, видеоға төшөрөү серҙәрен беләм.
*
Бөгөн икенсе көн тамамланды
Иртәнсәк ашап, СВО-нан герой менән күрештек, уларға һорауҙар бирҙек, сәй эстек. Унан һуң беҙ музейҙы ҡарап сыҡтыҡ һәм патефондан көйҙәр тыңланыҡ. Беҙгә бик ҙур сәғәттәрҙең коллекцияһын күрһәттеләр. Кискеһен беҙ ашауҙан һуң уйындар уйнаныҡ һәм йырҙар яҙҙыҡ.
Афарин, Шәүрә! Уңыштар һиңә!