29 октябрь көнө Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған "Мостай уҡыуҙары" XVI Төбәк -ара әҙәби ижади конкурсының финал өлөшө үтте.
Беҙҙең райондан Иҫке Собханғол мәктәбенең Әтек филиалынан 6-сы класс уҡыусыһы Әлфиә Хәкимова һәм Яңы Мөсәт филиалынан 8-се класс уҡыусыһы Розалина Ҡаһарманова "Минең Мостай" номинацияһында еңеүсе булдылар. Афарин, уҡыусылар! Киләсәктә лә уңыштар һеҙгә!