Иҫке Собханғол мәктәбенә музей Сибай ҡалаһынан килгән. Махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған интерактив музей - Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенттарының проект эше. Музейҙа Урал аръяғындағы ете райондың һәм Сибай, Баймаҡ ҡалаларының батырҙары тураһында мәғлүмәт тупланған.
Проекттың остазы, институттың Педагогика һәм психология кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты Юлиә Ҡолоева, уҡыусыларҙы сәләмләп, музейҙың нисек барлыҡҡа килеүен һөйләне: «2023 йылда Владимир Путин күрһәтмәһе буйынса белем биреү учреждениеларында махсус хәрби операция музейҙары төҙөү кәрәклеге тураһында әйтелгәс, беҙ ошо проектта ҡатнашырға булдыҡ. Икенсе курс студенттары Илнария Минһажева менән Татьяна Брендель был проектҡа тотондо һәм ике миллион һумдан ашыу аҡса алыуға өлгәште. Ошо аҡсаға музей өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алынды. Музей 3 октябрҙә тантаналы асылды һәм беҙ музейҙағы экспонаттарҙың бер өлөшө менән Урал аръяғының ете районы буйлап йөрөйбөҙ. Беҙ мөһим эш башҡарабыҙ, тип иҫәпләйем. Үҫмер быуында илһөйәрлек тәрбиәләү зарур».
Музей менән танышыу сараһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ - "Бөрйән", "Мәһәҙей", "Черный" позывнойлы батырҙар, социаль координатор Гөлзиә Ҡунафина, район хакимиәтенең йәштәр һәм спорт бүлегенең баш белгесе Әсхәт Ямғурсин ҡатнашты.
Малайҙарҙы бигерәк тә ҡоралдар ҡыҙыҡһындырһа, ҡыҙҙар яуҙа һәләк булған райондаштарыбыҙҙың экрандағы мәғлүмәттәре менән танышты.