Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь , 12:10

“Балалар - мине, мин балаларҙы яратам”, ти мәктәп автобусы водителе

Кешегә итәғәтле, ихтирамлы, сама менән генә шаян, асыҡ йөҙлө был водитель хаҡында яҙыу уйы тыуһа ла, башта етәксеһе менән һүҙҙе уратыбыраҡ, автомобилистар көнөнә был яҡтан кемде яҙырға мөмкин икән, тиеберәк башлағайным. Мәктәп директоры, ике лә уйлап тормай: “Робертты яҙығыҙ. Минең уң ҡулым, мәктәптең үҙ кешеһе! Бер үҙе өс эште алып бара: бик яҡшы водитель, ҡаҙанлыҡта ла эшләй, мәктәптәге барлыҡ ремонт эштәре уның ҡулы аша үтә”, тине.

“Балалар - мине, мин балаларҙы  яратам”,  ти мәктәп автобусы водителе
“Балалар - мине, мин балаларҙы яратам”, ти мәктәп автобусы водителе

Һүҙем Әбделмәмбәт мәктәбендә байтаҡ йылдар балалар автобусында уҡыусыларҙы төрлө сараларға алып йөрөүсе Роберт Мөхтәр улы Мәхмүтов хаҡында.

Роберт автомобиль менән идара итеүгә хоҡуҡ биргән документты 1996 йылда ҡулына ала. Водитель булараҡ тәүге эш урыны - райондағы ПМК. Бер аҙ эшләгәс, армия сафына алына.

-Ул ваҡытта армияла хеҙмәт итеү 2 йыл ине бит инде. Армиянан ҡайтҡас, үҙебеҙҙең “Урал” колхозына эшкә индем. Уазикта механик, инженер, агроном, бригадир кеүек белгестәрҙе йөрөттөм. 2001 йылдан колхоз рәйесен йөрөтә башланым. Вил Сәлимйән улы менән колхозға тегенеһен-быныһын эҙләп 10 йыл буйы нисә саҡрым юл үттек икән?.. Сибай, Белорет, Өфө яҡтарына көн һайын тигәндәй йөрөп торҙоҡ ул мәлдәрҙә.

Ә колхоз рәйесе йөрөгән машина һәр саҡ төҙөк, таҙа булырға тейеш. Ундай эштәр өсөн ваҡыт тик төндә генә табыла. Төндә автомобилде ремонтлайым, йыуам... Иртәнсәккә ялт итеп торһон һәм зыйылдап эшләп ултырһын. Ҡатыным Миләүшә хатта: “Хәҙер ҡыҙыбыҙ һине, был ниндәй ағай беҙгә төн уртаһында ғына килеп йоҡлай ҙа таңға сығып та китә икән, тип аптырай башлағандыр әле”, тип көлә торғайны. Миләүшәнең, минең эштән ҡайтыуымды көтөп-көтөп көтөк булғас, төндә, аптырап, ҡыҙыбыҙҙы күтәреп гаражға килеп ултырған саҡтары ла булды. Иртәнсәк торғанда бала әле йоҡлай, кис ҡайтҡанда йәнә йоҡлап киткән була.

“Председателде генә ултыртып, яңы машинала рәхәтләнеп тик йөрөйөң”, тип әйтеүселәр ҙә табыла торғайны. Ул машина яҡшы торошта һаҡланһын өсөн даими ҡарап-тәрбиәләп торорға кәрәклеген, бының өсөн һиңә бөтә кеше йоҡлаған мәлдә генә ваҡыт ҡала икәнен һәр кемгә нисек аңлатып тораһың инде...

Председатель шоферы, барлыҡ етәкселәрҙең водителдәре кеүек үк, һуҡыр, һаңрау һәм телһеҙ булырға тейеш икәнен яҡшы аңланым һәм шуны тоторға тырыштым. Ғөмүмән, мин юлда һөйләшергә яратмайым – бөтә иғтибарымды юлға төйнәйем.

Шөкөр, ҡайҙа йөрөһәм дә, ошоға тиклем юлдарым юлдыҡлы булды. Һәйбәт кешеләр осрап тора.

Колхоз осоронда барыбер ҙә тормош күңеллерәк булды ул. Уңыш йыйыу осорҙары үҙе бер матур хәтирә булып ҡалды күңелдә. Ярыша-ярыша иген, силос ташыйбыҙ... Уборкала ГАЗ-53 машинаһында йөрөнөм. Юлдар насар булһа ла, шул мәлдәр һағындырып китә.

Бер йылы Баймаҡ сигендә ятҡан Тимер йәйләүе яғынан пресланған бесән ташыныҡ. Юлдар иҫ китмәле алама. Бата-сума, көнөнә берәр генә рейс яһай алабыҙ. Ҡоролоҡ йылда ла бесән була ул яҡтарҙа. Шундай йыл булғандыр инде.

2013 йылда мәктәпкә водитель булып эшкә индем. Был эштең дә үҙ йәме бар. Балалар менән эшләү оҡшай. Юлда төрлө ҡыҙыҡ, хатта “ҡыҙғанысыраҡ” хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Балаларҙы йөрөткәндә айырыуса иғтибарлы, ипле булырға, ҡыҫҡаһы, энә осондағы һымаҡ һаҡ йөрөргә кәрәк.

Әйткәндәй, балалар ҙа миңә ылығып ҡына торалар. Мәктәпкә барып инһәң, уҡытыусылары һымаҡ ҡаршы алалар. Барып ултырһаң, бәләкәйерәктәре хатта өсәрләп алдыма менеп ултырырға ла күп һорамайҙар (көлә). Өлкән класс уҡыусылары ла ихтирам итеп тора. Үҙем дә балаларҙы бик яратам. Шунһыҙ мәктәптә,  мәктәп автобусында эшләп тә булмай ул.

Физкультура уҡытыусыһы Зиннур Ғүмәр улы Боҫҡонов менән бергә сыҡһаң, юлда абсолют тәртип була. Уның менән балалар ныҡ ҡараулы, таҙа, тәртипле, тамаҡтары туҡ, күңелдәре булып ҡайталар. Ул иң беренсе балаларҙы ашатып ала. Унан, ярышҡа тиклем ярты, бер сәғәт ваҡыт ҡала икән, барған ҡаланың матур урындарын алып барып күрһәтеп өлгөрә.

Ауылдың ағинәйҙәре лә берәй сараға барыр булһалар, мине һорап алалар. Инәйҙәрҙе лә ипле йөрөтөргә тырышам, әйткән ерҙәренә туҡтайым. Әйткәндәй, мин машинала үтеп барһам, ауыл инәйҙәре “честь биреп” йәки ҡул болғап ҡала. Шуға бәйле бер ҡыҙыҡ та иҫкә төштө әле.

Йәшәй башлағаныраҡ мәлдә үҙебеҙҙең мунса булманы. Беҙ ауылдың ситендәрәк йәшәйбеҙ, мунсаға машина менән ауыл уртаһында йәшәүсе әсәйемдәргә йөрөйбөҙ. Бер мәл мунсанан ҡайтып килгәндә кемдер ҡул болғап үткәйне, Миләүшә, мине «семтеп» алырға уйлаптыр инде, һиңә нишләп барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡул болғай ул, тип һөйләнә башланы. Өндәшмәй китеп барһам, ҡаршыбыҙҙа тағы бер инәй “честь биреп” тормаһынмы – Мәрйәм тигән инәй ихлас ҡул болғап сәләмләп тороп ҡалды. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, шарҡылдап көлөп ебәрҙек, - тип фәһемле лә, ҡыҙыҡлы ла хәтирәләрен барлап алды Роберт Мөхтәр улы.

“Мин кочегармын да, водителмен дә, мәктәптә барлыҡ ремонт эштәре ошо ҡулдар аша үтә инде – ҡулдан килгәнен эшләп, ҡулдан килмәгәнен өйрәнеп булһа ла тырыштырып йөрөлә, ҡыҫҡаһы, “универсаль солдатмын”, ти эше хаҡында Роберт.

Ауыл ерендә ир-егет етмеш төрлө һөнәрле һәм тырыш булһа ғына тормошо ла, көнитмеше лә матур була.

Был хәҡиҡәтте уларҙың ғаилә тормошо ла дәлилләй. Миләүшәһе менән улар туйҙа танышалар ҙа, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып тормай, ҡырҡа һуғалар – бер аҙнанан никах та уҡытып ҡуялар. Был хәл 2001 йылда була. Тәүге ҡыҙҙарын юғалта йәш ғаилә. Хәҙер алма кеүек өс ҡыҙҙары үҫә. Барыһы ла спортсы, яҡшы уҡыйҙар, тырыштар.

Өлкәндәре Алина Өфөлә медколледжда уҡый. Ул мәктәп йылдарында гер күтәреү, саңғы, йүгереү буйынса ярыштарҙа тәүгеләр рәтендә йөрөнө. Лиана мәктәптә 11-се класта белем ала. Ул йырсы, бейеүсе булып “Сулпылар”-ға ла барҙы, саңғысы, уғатар. Кинйә ҡыҙҙары Диана ла саңғысы, грэпплинг буйынса ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.  Әйткәндәй, әсәйҙәре Миләүшә үҙе лә мәктәп йылдарында гер күтәреү, армспорт (ҡул көрәше), саңғы буйынса ярыштарҙа беренселәр рәтендә йөрөгән. Ул әле балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре мөдире.

Мәхмүтовтар 3 һыйыр, йылҡы малдары, күпләп ҡош-ҡорт (тауыҡ, ҡаҙ, күркә) аҫрайҙар. Иркен ихаталары яҙҙан көҙгәсә гөл-сәскәгә күмелә. Ихатала трактор, башҡа донъя көтөр өсөн кәрәк техника, ҡапҡа тышында еңел машина. Ҡыҫҡаһы, үҙ тырышлыҡтары менән болло йәшәй йәштәр.

-Ғаиләлә берең ут, берең һыу булырға тейеш, тиҙәр. Уты мин инде беҙҙә. Роберт – һыу. Ул тыныс, ипле кеше. Мин көйөп китһәм дә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрә. Ҡыҙҙарға ла ҡысҡырып өндәшкәнен ишеткәнем юҡ. Улары ла килешкән инде – “Беҙ – атай ҡыҙҙары!” тип кенә торалар. Атайҙарын ихтирам итәләр, ныҡ яраталар.  Балаларҙың каникулдарында беҙҙе төрлө урындарға ялға ла алып йөрөй Роберт. Ҡыҙҙарын эшкә лә өйрәтә. Шөкөр, ҡыҙҙарыбыҙ эшсән, ут кеүектәр. Бесәнде лә шул ҡыҙҙар менән эшләп алабыҙ,  - тип ғаиләһенән, иренән ныҡ риза булыуын белдерҙе әсә кеше.

Ҡыҙҙары тураһында һүҙ башланғас, атай кешенең йөҙө тағы ла нығыраҡ яҡтырып китте.

- Мин трактор менән бесән сапһам, ҡыҙҙар мотоболокты ҡабыҙып алып, шуның менән сабалар. Йыйғанда ла шулай. Утынды ла күмәкләп бергә әҙерләйбеҙ. Үткән ялда ғына ла бергәләп бер машина утын быстыҡ. Эште айырмай эшләйҙәр. Ауыл эшенең тәртибен беләләр.

Инструменттарымды ҡайҙа һалғанымды онотһам да, ҡыҙҙарымдан һорайым. Ялп иттереп табып та бирәләр. Хатта асҡыстарҙы ла айыралар, - тип йылмая атай кеше.

-Ҡырға берәй ергә барып килергә булһаҡ та күңелебеҙ тыныс. Ҡыҙҙар донъяны ла урын-еренә еткереп көтәләр, малды ла ҡарайҙар, ашарға ла бешереп ҡуялар, - тип ҡыуана ата менән әсә.

Бына ошо инде бәхеттең үҙе. Бәхет сере татыулыҡта, аңлашып, бер-береңде ихтирам итеп йәшәүҙә, бер-береңә терәк һәм кәрәк булыуҙа. Шөкөр, 28 йыл ғүмерен автомобиль руле артында үткәргән Роберт Мөхтәр улының ғаиләһендә былар барыһы ла бар. Матур итеп һалып сыҡҡан өйҙәренән ҡот, тормоштарынан бәрәкәт, йөҙҙәренән ихласлыҡ бөркөлөп тора. Өйҙәре лә йырҙарҙа йырланған йәмле Үҙән йылғаһына терәлеп тигәндәй ултыра. Уның аръяғында урманлыҡ. Һәр таңда уларҙы ҡош моңдары уята, саф урман һауаһы ҡаршы ала. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет кәрәкмәй ҙә ул ауыл кешеһенә. Бары тик ошо өлөштәренән айырмаһын уларҙы.

Ошондай тырыш, эшсән кешеләр менән аралашҡандан һуң күңел нурланып, донъя тағы ла нығыраҡ йәмләнеп киткәндәй тойола бит ул.

Ғүмере тәгәрмәс өҫтөндә үтеүсе Роберттың үҙенә лә теләктең иң изгеһе – юлдарыңа һәр саҡ Хызыр Ильяс юлдаш булһын, фәрештәләр һаҡлап йөрөһөн...

Таңһылыу Баһауетдинова.

“Балалар - мине, мин балаларҙы  яратам”,  ти мәктәп автобусы водителе
“Балалар - мине, мин балаларҙы  яратам”,  ти мәктәп автобусы водителе
“Балалар - мине, мин балаларҙы яратам”, ти мәктәп автобусы водителе
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: