Йәмғиәт
27 Октябрь 2024, 09:20

Эшендә лә, тормошонда ла бәхет тапҡан

Фельдшер – ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында тороусы берҙән-бер кеше. Шулай булмай ни, ябай фельдшер әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә.

Эшендә лә, тормошонда ла бәхет тапҡанЭшендә лә, тормошонда ла бәхет тапҡан
Эшендә лә, тормошонда ла бәхет тапҡан

Заманында ауырыуҙарҙың да, йәрәхәттәрҙең дә ниндәйе генә осрамай уға. Уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, бәпес тә ҡабул итә, яраларҙы ла тегә, кәрәкле кәңәштәрен дә бирә... Төндәрен дә йыш ҡына саҡырыуҙарға йүгерергә тура килә.

Килдеғол ауылында оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлиә Исҡужинаның 36 йыл ғүмере тап ана шундай мәшәҡәттәр менән тулы була.

Байназар мәктәбенән һуң Сибай медицина училищеһын тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Килдеғол ауылына эшкә бара. 1975 йылдың мартынан хеҙмәт юлын башлаған Ғәлиә ал-ял белмәй эшләй. Даими үткәрелгән уҡыуҙарға, район, Байназар дауаханаларына техникаһыҙ заманда йәйәүләп тә, колхоз машиналарына ултырып та йөрөргә тура килә.

-Тимер, Монасип, Мишәр, Нәби, Мораҙым, Байназар, Яуымбай, Килдеғол ауылдарының икешәр йәйләүе булды. Ауылдаштарым да, йәйләүҙекеләр ҙә участка табибына килгән кеүек килеп етерҙәр ине. Дауаланыуға ла йөрөнөләр. Ныҡ ауыр хәл булһа, үҙемде лә алып китәләр. Ярҙам һорауҙарына күнеп бөткәс, бер ни уйламай сығып китәм. Ирем көйәләнмәне, мине һәр саҡ аңланы, ярҙам итте. Бер һүҙһеҙ минең менән бергә башҡа фельдшерҙарҙы ла алып йөрөнө, - ти Ғәлиә Исҡужина.

Балта оҫтаһы булған тормош иптәше хаҡында: -Ауылда уның ҡулы теймәгән өй юҡтыр. Мәктәпте, складты, ферманы төҙөштө. Әтек ауылы янғас, унда ла төҙөлөштә йөрөнө. Балалар үҙ алдарына үҫтеләр. Балалар баҡсаһы булманы ул заманда, - ти ул.

Ғәлиә буласаҡ тормош иптәшен дә ошо ауылда осрата. 1977 йылда Килдеғол ауылы егете Әхиәр Әхмәт улына тормошҡа сыға. Йәш ғаиләгә һынау үтергә лә тура килә - тәүге балалары тыуыр алдынан тормош иптәшен армияға алалар. Ике йыл әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан атайҙы ҡыҙ бала тәүҙә танымай тора. “Һин һалдат, ә минең атайым, ана”, тип стенала элеүле торған фотоға күрһәтә теле асылған бала. Йәш ғаиләгә бәхет өҫтәп, тағы ике балалары донъяға килә. Гөлшат Сибайҙа 13-сө мәктәптә башланғыс кластарҙа уҡыта, уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары. Уның 3 ҡыҙы бар. Улары кейәүгә сығып, берәүһе Өфөлә, икенсеһе Испанияла йәшәй. Гөлнара Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегендә эксперт-криминалист булып эшләй. Әйткәндәй, уның улы өләсәһенең юлын һайлаған. Әле армияла булған егет медицина буйынса уҡыған. Наил Өфөлә химик-лаборант булып эшләй. Ҡатыны менән бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.

Иҫке генә фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлап, бәшмәк төшөп ыҙалатҡас, ике тапҡыр ҙур ремонт үткәртә Ғәлиә инәй. Яңы ФАП төҙөлә. Унда ла ремонт үткәреп, ике йыл эшләгәс, хаҡлы ялға сыға. Унда үҙе менән бергә эшләгән санитаркаларҙы ла йылы һүҙ менән иҫкә ала ул.

-Мәҙинә Көмөшбаева (10 йыл), Рәйлә Миңлеғолова (20 йыл), Гөлзирә Әйүповалар (6 йыл) менән бергә татыу эшләнек, - ти тәжрибәле фельдшер.

Бихисап рәхмәт хаттарына, грамоталарға эйә Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙына 1997 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре исеме бирелә. Уның менән бер рәттән урта медперсоналдар араһынан был исемгә районда иң беренселәрҙән булып Сәйҙә Баһауетдинова, Зөһрә Кәримова ла лайыҡ була.

Ҡаланан айырмалы рәүештә, ауылда фельдшер булып эшләү ҙур яуаплылыҡ талап иткән эш. Сөнки ауылда башҡа табип юҡ - бер үк ваҡытта педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та, акушер ҙа һәм башҡа төрлө һөнәр эйәһе булып китергә тура килә Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙына. Беренсе урынға ауылдаштарының һаулығын ҡуйып эш итергә күнеккән Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙына эшләү дәүерендә ҡатмарлы хәлдәр менән күҙгә күҙ осрашырға тура килгән.

Ауылдаштарына арығанын, ҡурҡыуҙарын күрһәтмәйсә, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғырта, тәүлектең төрлө ваҡытында, һауа торошона ҡарамай, барлыҡ шәхси эштәрен һәм проблемаларын ситкә ҡуйып, сирле кешегә ярҙамға ашыға ул.

-Элек ауыл тирәһендә ағас ҡырҡыусылар күп эшләне. Ялан яғынан ағас ҡырҡыусылар килә, араларында урман эшен белмәгәндәре осрай ине. Ағас аҫтында ҡалалармы, ҡулдарын сабалармы - иң беренсе миңә киләләр.

Бер ваҡыт кемдер яңылыш атылып, тәүге ярҙамды миңә күрһәтергә кәрәк булды. Санавиация ла саҡырттылар.

Бер хәл ныҡ иҫтә ҡалған. Бер урыҫ тракторсының усының тиреһе айырылып сыҡҡан. 40 йыл рычаг аҫтында йөрөгән ҡулы ҡатҡан, энәне үткәреп булмай. Ахырыһы, епте ябай энәгә үткәреп алдыҡ та, икәүләп көскә, этеп-төртөп тигәндәй тектек. 15-20 тирәһе урындан эләктергәнмендер. Ҙур услы ир бит инде. Бәйләтеүгә лә килмәне. Ҡыҙыл яғынан ине ул. Ҡайтҡандыр, тиһәм, бер 5 көн үткәс: “Шовты алмайыңмы?” тип килеп инмәһенме. Шул бер бәйләгән бәйләүе менән йөрөгән, уныһы эш өҫтөндә төҙәлеп киткән.

“Дружба” тигән ҙур бысҡы була торғайны. Шуның себе ысҡынып киткәнме, берәү башын бысып алған. Әллә нисә урындан тектем. “Ғәлиә, хатта косметологтар кеүек теккәнең, бер йөйө юҡ баштың” ти торғайны.

Юлда бала таптырыуҙар- үҙе бер тарих. Бөрйәндән ҡайтһам, бер ҡатын тәүге балаһына ауырып киткән. 8 июль көнө ине. Ҡайынеҙнәһе менән ирен ултыртып алдым да колхоздың йөк машинаһы менән киттек. Байназарға етергә әҙ генә ҡалды тигәндә: “Юҡ, туҡтағыҙ”, тип бойорҙом. Тегеләрҙе төшөрөп ебәрҙем. Бөтә кәрәкле әйберҙәрем, йүргәктәрем бар. Бала тыуҙы. Байназарға больницаға барып етһәк, ҡатындың ҡайныһы тора. Бер ни аңламаған мин: “Ағай, нимә менән килдегеҙ?”, тим. “Тс-с-с”, ти был миңә. Больничныйҙа икәнен белә инем: “Әллә бында ятаңмы?” тим һаман. Баҡһаң, ул да беҙҙең менән килгән булған. Аңғармағанмын, ҡайһы арала машина кузовына менеп ултырғандыр.

Бер ваҡыт тағы бер ҡатынды алып китеп барабыҙ. «Тиҙ ярҙам»ды саҡыртҡанмын, ул ҡаршыға килергә тейеш. Яуымбайға төшөргә күп тә ҡалманы, тау башында туҡтаныҡ. Йүргәктәр менән кабинаны ҡаплап бөттөм. Таҡта тейәгән машиналар күп үтә. Шоферҙар ынтылып-ынтылып ҡарарға маташалар. Ҡәйнештәрем дә гел: “Еңгәй, берәй ваҡыт беҙгә роды күрһәтәңме, юҡмы?” тип шаяртырҙар ине. Шоферым төштө лә китте. “Кил, ярҙам ит, бер үҙемә ҡыйын була”, тиһәм, “Юҡ” тип урман араһына ҡасты. Әмәлгә ярағандай, «тиҙ ярҙам» килеп етте. Юлда Яуымбайға инеп фельдшерҙы алғандар, уны алмаһалар, «тиҙ ярҙам» машинаһына күсеп өлгөрә инек.

Юлда ғына түгел, Байназарға барып етеп тә, бер өс тапҡыр булғандыр, акушер килеп өлгөрмәү сәбәпле, үҙем балаларҙы был донъяға ҡабул иткәнем булды.

Бер ваҡыт праваһы булмаған егетте шофер итеп алып киттем. Имтиханын бирһә лә, 18 йәше тулмағас, праваһын алмаған ине әле. «Тиҙ ярҙам» ҡаршы килмәне, Бөрйәнгә тиклем барып еттек. Бөрйән осонда КПМ була торғайны. Бер заман унан яйлап баҫып йыуан ғына берәү сығып килә. Мин: “Йә, йәһәт бул! - тип ҡысҡырам. -Рожаем, хәҙер ошонда тапһа, мин инәй, һеҙ апа булаһығыҙ”. “Әтеү, бар, йәһәт булығыҙ, ҡайтҡанда һуғылырһығыҙ”, - ти был.

Барып өлгөрҙөк, эштәрҙе тамамлағас, ҡайтырға шөрләтә. Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙына өндәшергә булдым. Ул хәл иткәндер инде. КПМ алдына барып туҡтағас, теге өҫкө ҡаттан беҙгә ҡайтырға ишаралап ҡул болғай.

Әле булһа ла иҫемдә. 5 август ине. Иген тейәлгән машина менән юлға сыҡтыҡ, йәнәһе, «тиҙ ярҙам»ға ҡаршы сығабыҙ. Һөҙөмтәлә, уның менән Мөсәт тирәһендә саҡ осраштыҡ. Ҡайһы тиклем йөк менән килдек.

Бер ваҡытта ла колхоз етәкселәре һүҙ ташламанылар. Ауылда техника булмағас, ни хәл итмәк кәрәк. Ағас тейәлгәне менән дә сығып киткәнебеҙ булды. Аҙаҡ ҡатындарға: “10 литр бензин алып ултыртып ҡуйығыҙ”, - тип әйтә башланым. Юлда ҡатындар менән булған хәлдәр мәңгелеккә хәтергә уйылып ҡалған, - тип хәтирәләре менән бүлеште әңгәмәсем.

Шуға күрә лә күп балаларҙың тыуған көндәрен бик яҡшы хәтерләй Ғәлиә инәй.

-Кискеһен “Ҡыҙыл таң”дар фураж һатып йөрөйҙәр. Төнгә ҡалғас, тракторҙа ултырып йоҡлағандар. Таңғы 5-тә берәү килгән: “Фельдшер ошонда йәшәйме? Уят! Ана, берәү үлгән дә ҡуйған, өшөгәнме, туңғанмы?” тип ҡәйнәмә өндәшә. Медпунктҡа инеп, утты тоҡандырҙым. Теге минең арттан инеп килә. “Әйҙә, һеңлем, мин ҡурҡам, әйҙә, икәүләп”, ти. Ә миңә 23 кенә йәш ул ваҡытта. Тракторҙың ишеген асҡайным, теге кеше ергә ҡоланы ла төштө. Нисек гусеницаһына бәрелмәне. Икебеҙҙең көсөбөҙ етмәй тегене күтәрергә. Ситтән килгән бер тракторсыны ярҙамға саҡырҙыҡ. Үлгән тип уйлаған кешебеҙ, баҡтиһәң, артына боролған килеш йоҡлап киткән булған. Ярҙамға саҡырыусы: “Ой, һеңлем, бының йөрәге түгел, минеке өлпөлдәй, миңә лә һал”, тип укол һалдырып алды.

Бер баланың тамағы шешкән, һыу үтерлек тә түгел. “Ауыҙыңды асып ултыра алһаң, миндалинаңа укол һалам”, тим. Хәҙер булһа, эшләй алмаҫмын кеүек. Йәш саҡта барыбер ныҡ булғанмын, тим. Бер ниндәй ҡаушау булмаған, бөтәһен үҙебеҙ эшләнек. Хәҙер, киреһенсә, хистәргә урын бирәм, ҡан еҫен дә ауыр кисерәм. Бер көндә 7-шәр система ҡуя торғайным, дарыуын да һаттыҡ, больничный көндәр ҙә бирҙек, - ти ул. 

Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы йылы һүҙҙең дә дарыуҙан кәм дауаламағанын яҡшы аңлай. Яҡшы һүҙе менән тынысландыра, рухландыра белгән, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған, белеме менән генә түгел, асыҡ йөҙлө, ипле һүҙле, иғтибарлы, сабыр, ярҙамсыл булыуы менән дә хөрмәт яулаған хеҙмәт ветераны бөгөнгө көндә хаҡлы ялдағы тормошонан йәм һәм тәм табып йәшәй. Өлгөлө ғаилә икенсегә өй һалып сыҡҡан, хужалыҡ эштәрен дә уңышлы алып бара. Ғәлиә инәй баҡса эштәре, ҡорама эшләү, кейем бесеү, белгәндәрен йәштәргә өйрәтеү менән булыша, һаман да ауылдаштарын ярҙамынан ташламай.

-Гәзит уҡыусыларға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Бала ҡайғылары күрергә яҙмаһын, һуғыштар бөтһөн. Дөрөҫ туҡланыу, дарыу үләндәре ҡулланыу, скандинавса йөрөү һаулыҡҡа бик файҙалы. Һаулығың булһа, барыһы ла булыр. Юҡҡа ғына “Һаулығың – байлығың” тимәгәндәр бит, - тип кәңәштәрен бирҙе Ғәлиә Рәхимйән ҡыҙы.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас