Стәрлетамаҡ районы буйынса полиция бүлегенә Салауат ҡалаһында йәшәүсе 44 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул аҙна буйы популяр мессенджерҙа үҙҙәрен уның компанияһының етәкселәре, ФСБ һәм Росфинмониторинг хеҙмәткәрҙәре тип танытҡан бурҙарҙан үҙенә шылтыратыуҙар булыуы тураһында хәбәр иткән.
Аферистар ирҙе, йәнәһе лә, билдәһеҙ кешеләр уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булғандар һәм уның исеменә кредит документлаштыралар, тип ышандырғандар. Улар ирҙең иҫәбендә ҙур сумма аҡса ятҡанын белеп ҡалалар һәм унан барлыҡ аҡсаһын һаҡланған еренән алып, имеш тә, яҡшы һаҡлана торған иҫәпкә күсерергә кәңәш бирәләр.
Яман ниәт менән эш итеүселәр ирҙең ҙур сумма аҡсаһына эйә булғас та туҡтамағандар. Аҡса етерлек түгел, шуға, йәнәһе лә, бурҙар документлаштырып маташҡан суммаға кредит алырға кәрәк, тип ышандырғандар.
Ир кеше улар күрһәткән банктарға йүнәлгән һәм дөйөм суммаһы 7 миллион һум булған кредиттар алып, уларҙы мутлашыусыларҙың иҫәптәренә күсергән. Һөҙөмтәлә, ул аферистарға дөйөм 13 миллион һумға яҡын аҡса күсергән.
Алданмайыҡ! Бурҙарға ышанмайыҡ!