Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь , 08:35

2025 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күтәрелә

Әле тейешле закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарала. 4,2 миллион хеҙмәткәрҙең эш хаҡы арта тигән һүҙ. Бынан тыш, ҡайһы бер пособиелар МРОТ күләменә бәйле.

2025 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күтәрелә
2025 йылда Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күтәрелә

2025 йылда Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләмен (МРОТ) 22 440 һумға тиклем арттырыу планлаштырыла. Әле тейешле закон проекты Дәүләт Думаһында ҡарала. Был 4,2 миллион хеҙмәткәрҙең эш хаҡы арта тигән һүҙ. Бынан тыш, ҡайһы бер пособиелар МРОТ күләменә бәйле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин 2030 йылға минималь хеҙмәт хаҡын 35 мең һумға еткереү бурысын ҡуйҙы, тип яҙғайны «Башинформ».

2024 йылда Башҡортостанда МРОТ 22 128 һум (+3450 һум, 18,5%) тәшкил итте. Республика күрһәткесе Урал коэффициенты (15%) иҫәбенә Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ (19 242 һум).

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-10-15/v-2025-godu-v-rossii-povysyat-mrot-3967964

Автор:
Читайте нас: