Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь , 12:20

Ҡыҙың нисә һыйырға торошло?..

Бер ҡарттың ике ҡыҙы булған. Икеһе лә егәрле, аҡыллы, ти. Тик береһе ныҡ сибәр, икенсеһе уртаса ғына икән. Һәр хәлдә улар шулай баһаланған. Ҡарт матур ҡыҙына ун һыйыр һораған, тегеһенә өсәү булһа ла риза икән...

Ҡыҙың нисә һыйырға торошло?..
Ҡыҙың нисә һыйырға торошло?..

Бер ҡарттың ике ҡыҙы булған. Икеһе лә егәрле, аҡыллы, ти. Тик береһе ныҡ сибәр, икенсеһе уртаса ғына икән. Һәр хәлдә улар шулай баһаланған. Ҡарт матур ҡыҙына ун һыйыр һораған, тегеһенә өсәү булһа ла риза икән. Бер мәл бының ҡапҡа төбөнә ун һыйыр ҡыуып алып киләләр. Сығып күрһә, күркәм генә егет тора, ти.
-Эйе, минең ҡыҙым тирә-яҡҡа даны сыҡҡан сибәркәй, ул ун һыйырға торошло, — тигән ҡарт.
-Юҡ, - тигән егет, — миңә улай барыһы ла һоҡланған һылыу кәрәкмәй, мин һинең икенсе ҡыҙыңды һорайым.
-Тик уның хаҡы өс һыйыр, — тигән ҡарт.
-Әммә мин уны ун һыйырға баһалайым, — тигән дә егет, ҡалымын тапшырып, ҡыҙҙы алып киткән.
Күпмелер ваҡыттан һуң был ҡалала хәбәр тирала: фәлән-фәлән кешенең ҡатыны ер һылыуы, ти... Һүҙҙең үҙенең ҡыҙын алып киткән егет хаҡында барғанын аңлаған ҡарт, аптырап, был әллә икенсе ҡатын алдымы икән, тип киткән, ти, хәҙер кейәүенә. Барып инһә, ҡыҙы йортонда нур балҡытып йөрөп ята икән. Бабай бик ҡәнәғәт булып, ҡыҙында ҡунаҡ күреп ҡайтырға сыҡҡанда һораған:
-Ҡыҙым, нисек итеп һине был тирәлә улай ҡабул иттеләр? Ҡайҙан килде бындай үҙгәреш?
-Мин үҙемдең өс түгел, ә ун һыйырға торошло икәнемде белдем – шул ғына...

Балаңды түбән баһалама – уның үҙбаһаһын төшөрөрһөң...

(М. Ҡаһарманова сәхифәһенән).

Автор:
Читайте нас: