Әлеге ваҡытта уның хужалығында 65 баш һыйыр малы иҫәпләнә. 2014 йылда грант ярҙамы менән малдар алып, ныҡлы эшкә тотона ул. Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт. Быйыл һауа торошо күп кенә ҡатмарлыҡтар тыуҙырһа ла, ауыл уңғаны һынатмай, ваҡытында сәсеү эштәрен башҡарып, ваҡытында йыйып алыуға өлгәшкән. Уның ҡатмарлы осорҙа ла юғалып ҡалмауы маҡтауға лайыҡ.
-Мал аҙығын етерлек әҙерләнек. 80-90 гектар ерҙән 2 мең тирәһе төргәк бесән сыҡты. 30 гектар ерҙә комбайнер Заһир Исмаҡов менән 30 тонна тирәһе иген урҙыҡ. Ямғыр сәбәпле, быйыл игенде лә бесәнгә сабып алырға тура килде. Сабынлыҡтар һаҙлыҡҡа әйләнде. Шуға бесән әҙерләү оҙаҡҡа һуҙылды. Бына ошо аҙна башында ғына тамамлап, ташып бөттөк. Осһоҙлата кешегә лә һаттыҡ. Орлоҡто, нигеҙҙә, Баймаҡ яҡтарынан, үләнде Стәрлетамаҡтан һатып алабыҙ. Ошо арала туңға һөрөүҙе башларға торабыҙ. Малдарға ферма эшләргә ниәт иткән инем, ямғыр ҡамасау булды. Әле бер нисә һыйырҙы һауабыҙ, ҡалғандарына быҙауҙарын ҡушабыҙ. Ҡыштарын һөт ризыҡтарын магазиндарға ҡуябыҙ. Итте, артып ҡалған игенде һатабыҙ, - ти эше тураһында Фирғәт Мөхәмәт улы.
Хужалыҡ етәксеһе бөтәһе дүрт кешегә эш урыны булдырған. Ғәзим Ҡарасурин тракторҙа йөрөй. Заһир Исмаҡов, комбайндан тыш, төрлө эштәрҙә, пилорамала эшләй. Шулай уҡ ул ҡышҡылыҡҡа мал ҡарарға ла эшселәр ала.
Фирғәт Мөхәмәт улының тылы ныҡ. Тормош иптәшенең башланғыстарын күтәрмәләп, бар эштәрен бергәләп атҡарған ҡатыны Әлфиә Хәлил ҡыҙы уның уң ҡулы. Бер-береһен аңлап, килешеп эшләгән ғаилә улдары Рәзиф менән Айсурҙы ла малсылыҡ эшенә йәлеп итә алған.
Улар атайҙарының ҙур ярҙамсылары - тракторҙа ла йөрөйҙәр, төрлө төҙөлөштәрҙә лә эшләйҙәр. Ғөмүмән, атайҙары әйтмешләй, егәрлеләр, бер ниндәй эште айырып тормайҙар. Улдарына ҙур өмөттәр бағлай атай кеше – киләсәктә үҙенең эшен дауам итерҙәй алмашсылар тип күрә.
-Тырыш егеттәр күп ауылда. Үҙ эштәрен башларға баҙнат итмәгәндәр эштән ҡурҡмаһындар ине. Кеше ашамайынса йәшәй алмай. Шуға ла был тармаҡтың киләсәге бар, - ти тәжрибәле фермер.
Әйткәндәй, Фирғәт Хәйбуллин ауылдың старостаһы, район советына депутат итеп һайланған. Йәмғиәт эштәрендә әүҙем, ауылым үҫешһен тип тырышҡан Фирғәт Мөхәмәт улын ауылдаштары ла хөрмәт итә, һүҙен тыңлай. Былтыр ул ауылдаштарына бушлай иген таратҡан. Йәйге ямғырҙар сәбәпле, ауылдың һыу баҫҡан урындарын таҙартыуға күп көс һалған. Күптән түгел ауыл зыяратын кәртәләү эштәрен ойошторған.
-20 көн эсендә 700 мең һум аҡса йыйылды. Тиҙ арала шундай ҙур сумма йыйылғанына кеше аптыраны. Кәрәкле материалдарҙы алып, 3 тапҡыр ял көндәрендә сығып эшләнек. Иретеп йәбештереүсе Динар Асылбаев, Ғәни Маликовтарҙың ярҙамы ҙур булды. Ауылдаштар бер ыңғайҙан буяу эштәрен дә башҡарҙы, зыяратты ла таҙартты, - тип эш барышы хаҡында бәйән итте ауыл йүнселе.
Шулай уҡ ул ауыл халҡының спорт майҙансығы булдырыу идеяһын да хуплап, уны эшләтеүгә өлгәшкән.
-Ике көн магазин артын таҙаланыҡ, кәртәһен яңырттыҡ, бағаналар ултыртып, волейбол сеткаһы, туптар алып, үҙенә күрә спорт менән шөғөлләнергә урын булдырҙыҡ. Балалар рәхәтләнеп уйнайҙар. Киләсәктә гөрләп эшләп китһә, шәп булыр ине. Илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, кешеләр ҙә киләсәккә ышаныс менән йәшәһен, - ти ул, илдәге хәлдәргә борсолоп.
Ауылдағы хеҙмәт һәр саҡ яуаплы һәм ауыр, шуға күрә лә ул айырым хөрмәткә лайыҡ. Ауыл хужалығының мөһим тармағын үҫтереүҙә уңғанлыҡ күрһәткән Яуымбай уҙаманы Фирғәт Хәйбуллиндың артабан да эштәре уң булһын.
Ауылдарҙың яҙмышы тап Фирғәт Мөхәмәт улы кеүек тырыш ир-егеттәр ҡулында.