Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь , 11:55

Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!

 Үәәәййй, гөрләне генә! Йәрминкә! Көҙгөһө! Уңыш-төшөмгә байы! Бары менән бүлешеү, артығын һатыу, булмағанын алыу маҡсатынан йәрминкәләр ойоштороуҙың традицияға әйләнеп китеүенә лә 4 тиҫтәләп йыл булып киткән икән дә!

Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!
Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!

1984 йыл яңы сафҡа ингән Байназар мәктәбендә ишектән ингән ерҙә иркенләп, башҡорт мөхитенә саҡ инә башлаған “йәрминкә” һүҙен «Уңыш байрамы»на берәшкәләп, «Көҙгө йәрминкә» тигән сара үткәрҙек. Учхозда «поток»лап баҡсала (емеш-еләк, сәскәлектә), яланда һәйбәт эшләгән уҡыусыларҙы, кластарҙы айырып билдәләп, хәлдән килгәнсә бүләкләнек. Ул ваҡытта мәктәптә ашау тигән нәмә юҡ. Биология, хеҙмәт уҡытыусылары етәгендә мәктәп яны интернаты өсөн гектарлап кәртүк, кәбеҫтә үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, 1977 йылда Ҡурғашлы тамағында уҡыусылар менән стан ҡороп, палатка, ҡыуышта йәшәп, Байназар менән Ҡурғашлы араһындағы яланда кәртүк сәсеп, колорадо ҡуңыҙын бөртөкләп, эҙләп йыйған хәтергә төштө әлеуе. Элек артыҡ уңышты тарата ла бирә торғайныҡ бит. Бына шул йәрминкәлә, тап 40 йыл элек, кәбеҫтә һатып, аҡсаһына бүләктәр алып, алдынғыларҙы бүләкләгәйнек.
...Юҡ нәмә үҙе юҡ кисәге йәрминкәлә: һөт, ҡамыр ризыҡтары, үҫенте тамырҙары, исемдәрен әйткәндә тел көрмәлдерер тәмлекәстәр... Әллә нимәләр инде... Йәштәрҙең фәнтәзи саманан ашҡан!
Ә был әбейегеҙҙең ҡыҙыл эремсек, шыйыҡ ҡорот, сыр, һыйыр майы, селек һепертке алып ҡайтып, әлләгем булып, килештереп, ҡупайып ултырыуы.
...МХО-ла йөрөгән уландарыбыҙ имен-аман өйҙәренә ҡайтһын. Бары-юғына шөкөр итеп, үҙебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә йән-тән именлегендә, ҡотло, бәрәкәтле ғүмер кисерәйек АЛЛАҺЫБЫҘ насибында!

Фәнүзә Ишбаева, Байназар ауылы.

Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!
Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!
Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!
Юҡ нәмә үҙе юҡ ине йәрминкәлә!
Автор:
Читайте нас: