Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь , 14:05

Башҡортостан Башлығы студенттар активы менән осрашты

19 сентябрҙә Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика юғары уҡыу йорттарының студенттар активы - профсоюз вәкилдәре, студент советтары һәм ятаҡтары лидерҙары, спорт, мәҙәни һәм ирекмәндәр клубтары етәкселәре менән осрашты.

Башҡортостан Башлығы студенттар активы менән осрашты
Башҡортостан Башлығы студенттар активы менән осрашты

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың майында республика етәксеһе ҡушыуы буйынса Башҡортостанда Республика студенттар советы ойошторолдо, уның составына студенттар үҙидараһы лидерҙары инде. Уның бурысы – уҡыу төркөмдәре, курстар һәм факультеттар кимәлендә дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу.

Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа республика вуздарының сифатлы үҫеш өсөн өҫтәмә импульс алыуын билдәләне.

– Һеҙҙе махсус рәүештә Вуз-ара студенттар кампусына саҡырҙыҡ. Республикала фәндең һәм юғары мәктәптең ҡайҙа табан хәрәкәт иткәнен күреүегеҙҙе теләнек. Декабрҙә кампустың тағы бер блогында эштәрҙе тамамлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – 2025 йылға кампустың икенсе сиратын төҙөүҙе тамамлау планлаштырыла, унда студенттар һәм аспиранттар өсөн 4,5 мең урынлыҡ ятаҡ та була.

Башҡортостан ятаҡтарҙы капиталь ремонтлау буйынса яңы федераль программала ҡатнаша, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Беҙҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тейешле ғариза бирҙе, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Киләһе йылдан юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың күп кенә ятаҡтарында капиталь ремонт башлайбыҙ. Биш йыл дауамында уларҙа тулыһынса тәртип булдырырға тырышырбыҙ.

Башҡортостан Башлығы республика вуздарының «Фән һәм университеттар» милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәләрен юғары баһаланы.

– Республика федераль фәнни-технологик проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Әйтәйек, «Өҫтөнлөк 2030», «Алдынғы инженер мәктәптәре», –  тине Радий Хәбиров. – Ректорҙар менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә йәштәрҙе республикабыҙ вуздарына йәлеп итеүгә өлгәштек. Беҙгә башҡа төбәктәрҙән былтырғыға ҡарағанда 2 мең кешегә күберәк студент уҡырға килде. Яҡшы күрһәткес.

Фото:Азат Мөхәмәтйәнов.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-09-19/glava-bashkirii-vstretilsya-so-studencheskim-aktivom-3937289

 

Башҡортостан Башлығы студенттар активы менән осрашты
Башҡортостан Башлығы студенттар активы менән осрашты
Автор:
Читайте нас: