Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь , 08:45

Үҙ эшенең оҫтаһы

Һуңғы йылдарҙа ҙур үҫеш алған, бөгөн тормошобоҙҙоң бар өлкәләренә лә ҡағылған техника заманында йәшәйбеҙ, унһыҙ йәшәйеште күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Ниндәй ойошманы алһаҡ та, барыһында ла эштәрҙең күп өлөшө компьютерҙар ярҙамында башҡарыла. Ә уларҙың төҙөклөгөн, программаларының көйлө эшләүен система администраторҙары тәьмин итә. Бөгөнгө көндә иң актуаль һөнәрҙәрҙең береһенә эйә Динар Вәлиев социаль фондта система администраторы, баш белгес-эксперт булып эшләй.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Уның көндәлек эше техника төҙөлөшөн, уның төҙөклөгөн, һалынған программаларҙы ентекле тикшереүгә, күҙәтеүгә, компьютерҙарҙы эш режимында тотоуға, серверҙарҙың эш хәлендә булыуын, интернетҡа хәүефһеҙ инеүҙе тәьмин итеүгә бәйле. Яңы ҡоролмаларҙы тоташтырыу, уларға программалар ҡуйыу, техник өҙөклөктәр булғанда ремонтлау һәм башҡа бихисап техник мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә уның яуаплылығында.

Динар Вәлиев - Яңы Монасип ауылы егете. 4 йәшенән Ишембайҙа йәшәп, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатында уҡый. 9-сы класты тамамлағас, Ишембай нефть колледжында нефть һәм газ скважиналарын быраулау һөнәрен үҙләштерә.

Волгоград, аҙаҡ Санкт-Петербург янындағы хәрби частә 2 йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, һөнәре буйынса Себерҙә эшләй, быраулаусы ярҙамсыһы, технолог, инженер вазифаларын башҡара. Ләкин күңеле ятҡан һөнәргә эйә булыу маҡсатынан тырыш егет ситтән тороп Өфө дәүләт авиация-техник университетының информатика һәм робототехника факультетына уҡырға инә.

Ғаиләле булғас, ҡырҙа эшләүен туҡтатып, тыуған районында төпләнә. Тормош иптәше Әлфиә Рөстәм ҡыҙы район үҙәк дауаханаһында педиатр булып эшләй. Баҙал биҫтәһендә йорт төҙөп, матур донъя көтәләр. Ғаиләлә ике ул үҫә. 3-сө класс уҡыусыһы Кәрим ижадҡа ынтыла, һүрәт төшөрөү менән мауыға, ҡайҙа барһа ла үҙе менән блокнот, ҡәләмдәрен алып йөрөй. Рәхим быйыл беренсегә барған. Ул йәнлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһына.

Динар яңы һөнәре буйынса тәүҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә, унан мәғариф бүлегендә эшләп, тәжрибә туплай. Унда ул сайттар төҙөү, интерактив таҡталарҙы, башҡа ҡоролмаларҙы монтажлау менән шөғөлләнә.

-Был һөнәргә эйә булыу өсөн информатика, математика менән дуҫ булыу, программаларҙы, шулай уҡ инглиз телен белеү мөһим. Логик фекерләү, аналитик, техник фекерләү, яҡшы хәтер талап ителә. Күҙәтеүсәнлек, сабырлыҡ, йыйнаҡлыҡ кеүек сифаттарға эйә булырға, ғәҙәти булмаған ҡарарҙар ҡабул итә белергә, ҡатмарлы математик иҫәп-хисап алып барылырға тейеш. Санкцияларға бәйле, хәҙер үҙебеҙҙең Рәсәй программалары менән эшләй башланыҡ. Мәҫәлән, ҡайһы бер компьютерҙарға Линукс операция системаһы ҡуйылған.

Беҙҙең эштә даими рәүештә камиллашыу кәрәк. Хәҙер түләүле махсус курстарҙың, өйрәтеүсе видеояҙмаларҙың яртыһы тигәндәй интернетта бар. Нимәнелер белмәйһең икән, интернеттан уҡып өйрәнәһең, яңынан-яңы төшөнсәләрҙе аңлай башлайһың, - ти белгес.

Әйткәндәй, компьютер селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе Динар Фәнил улын башҡа ойошмаларҙа ла көтөп алалар. Бик киҫкен хәлдәр килеп тыуғанда уға мөрәжәғәт итәләр.

-Минең өсөн компьютер – ул төрлө яҡлы ҙур донъя. Уның менән ҡыҙыҡһыныуым 3-сө класта уҡығанда барлыҡҡа килде. Йәйге лагерҙа йөрөгәндә информатиканы өйрәнеүгә бәйле дәрестәр булды. Дуҫымдың атаһы себерҙә эшләй ине, уға шул ваҡытта компьютер алып бирҙеләр. Беҙ бергәләп уның серҙәренә төшөнә башланыҡ.

Әйткәндәй, беҙ икебеҙ ҙә һөнәребеҙҙе алыштырҙыҡ. Ул металлург ине, хәҙер Салауат ҡалаһында система администраторы булып эшләй. Тәүҙә мин кәрәк булған өсөн уҡыным, аҙаҡ - теләгем буйынса. Әлеге эшем күңелемә яҡын, мауыҡтырғыс, эш тип тә һынай алмайым, - ти үҙ эшенең оҫтаһы Динар Фәнил улы.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: