Кейекбай ауылы ҡыҙы Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында белем ала. Йәш белгес “Шүлгәнташ” совхозында ветеринар фельдшер булып бер аҙ эшләгәс, икенсе эшкә күсә.
-“Табип кешене дауалай, ветеринар – кешелекте” тигән ҡанатлы һүҙҙәр бар. Шул һүҙҙәр ғорурландыра. Малдарҙан һөҙөлөп, йә тибелеп, йә аҫтында ҡалып, илаған, эштәр ыңғай бармаған саҡтар ҙа була. Ә иҫһеҙ ятҡан, йә сирле малды аяҡҡа баҫтырһам, ҡояштай йылмайып ҡайтам, күңелдәрем үҫеп китә. Шул мәлдәрҙә, алай ҙа ошо һөнәрҙе һайлағанмын, тип ҡыуанам, - ти 2005 йылдан алып үҙ һөнәренә тоғро ветеринар.
Бөгөнгө көндә Флүрә Ғәйнуллина дипломлы белгестәр - ветеринар-фельдшер Хәбир Хәсәнов, санитар Сәлих Ғәбиҙуллин менән Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк ауылдарын хеҙмәтләндерә.
-Ауыл халҡы эшебеҙҙән ҡәнәғәт. Мөгөҙлө эре малдар һаны яҡынса 750 баш, йылҡы малы - 500, кәзә-һарыҡ – 550, ҡош-ҡорттар - 700, эт-бесәйҙәр – 232. Төрлө йоғошло сирҙәр малдан кешегә йоҡмаһын өсөн беҙгә тырышырға, профилактик саралар күрергә тура килә. Сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү өсөн малдарҙан ҡан алабыҙ, диагностик тикшереүҙәргә ебәрәбеҙ, вакцинация, йәш малдарға витаминизация эшләйбеҙ. Шулай уҡ беҙҙең хеҙмәт йоғошло булмаған мал ауырыуҙарын дауалау, паразиттарға ҡаршы эшкәртеүҙәр үткәреү, малдарҙы, эт-бесәйҙәрҙе биркалау, аттарҙы, бал ҡорттарын чиплау кеүек һәм башҡа эштәрҙән ғибарәт. Ҡотороу, себер язваһы сирҙәренән вакциналарҙы ваҡытында эшләргә тырышабыҙ.
Заман менән бергә эшебеҙҙә үҙгәрештәр ҙә булып тора. Бөгөнгө интернет һәм компьютер заманында төрлө документ эше өҫтәлде. Руль артына ла ултырырға тура килде.
Әйткәндәй, район ветстанцияһы 2 йыл элек ауыл араһында йөрөргә машина бирҙе, - тип таныштырҙы үҙ эше менән Флүрә Ғәбит ҡыҙы.
Ветеринарҙар иңенә төшкән хеҙмәттәр бихисап. Йорт хайуандарын һатыу, һатып алыу, һуйыу һәм баҙарҙа һатыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе лә ветеринария белгестәре контролдә тота. Барлыҡ профилактик сараларҙы ваҡытында атҡарыу бик мөһим, сөнки малдарҙың сәләмәтлеге кеше һаулығы менән тығыҙ бәйле.
Ауылдарҙа эшләүсе мал табиптары араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ ветеринар коллегалары менән уртаҡ тел табып, эшенән йәм табып йәшәй.
-Райондағы ветеринарҙар коллективы дуҫ, кәңәш-төңәш итерлек, эштәренә тоғро ағайҙар бар. Ауыл кешеһе шул малға ҡарап ҡына тора бит. Хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, - ти ул.
Бер-береһенең эшен аңлап, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙып, бер-береһен ихтирам итеп эшләгән Аҫҡар ветеринар участогы хеҙмәткәрҙәре йәштәрҙең ошо һөнәр буйынса уҡымауҙарына, уҡығандарының эшкә килергә ынтылмауҙарына борсола.
-Өсөбөҙ ҙә пенсия алды йәшендәбеҙ. Йәш белгестәр килергә ашыҡмай. Ветеринар һөнәре – абруйлы һөнәр. Ауылда мал булғанда, эш һәр ваҡыт буласаҡ, - ти хеҙмәте маҡтау һәм рәхмәт хаттары менән баһаланған белгес.
Флүрә Ғәйнуллинаның тормош иптәше - Исламбайҙан Айрат Сабирйән улы ла оҙаҡ йылдар Аҫҡар ветучастогында эшләгән.
-Иптәшем менән Стәрлетамаҡта уҡығанда таныштыҡ. Ул да ғүмерен ветеринар һөнәренә арнаны, беҙҙең өсөн үрнәк булды. Мәрхүм булып ҡалғас, уның урынына мине мөдир итеп ҡалдырҙылар. Баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йыл уҙҙы. Ауыл халҡы: “Дөрөҫ диагноз ҡуя ине, малдарҙы һәйбәт ҡараны”, тип әле лә уны яҡшы яҡтан иҫкә ала, - ти Флүрә Ғәбит ҡыҙы.
Флүрә Ғәйнуллина тәжрибәле белгес кенә түгел, өлгөлө, хәстәрлекле әсәй ҙә. Ике ҡыҙы медицина һөнәрен һайлаған. Фаягөл Өфөлә “Менталь” сәләмәтлек үҙәгендә дауалау физкультураһы буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Наҙгөл Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Буласаҡ педиатр әле 3-сө курста уҡый. Айзилә ауыл мәктәбендә 8-се класта уҡый.