Йәмғиәт
23 Август 2024, 13:10

”Беренселәр хәрәкәте” ғаиләләрҙе йыйҙы

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың иң дөрөҫ юлы – аралашыу, яҡындарың һәм яратҡандарың менән һөйләшеү, дөйөм эш башҡарыу, ололарҙы ололау, балаларҙы ла тиң күреү, уларҙы шәхес итеп үҫтереү, туғанлыҡ ептәрен һаҡлау. Өфөләге «Торатау» Конгресс-холында «Яҡындар һәм яратҡандар» ғаилә берләшмәләре форумы ошондай маҡсат менән үтте. Унда бөтә республиканан 150-нән ашыу ғаилә ҡатнашты.

”Беренселәр хәрәкәте” ғаиләләрҙе йыйҙы”Беренселәр хәрәкәте” ғаиләләрҙе йыйҙы
”Беренселәр хәрәкәте” ғаиләләрҙе йыйҙы

Сараны Башҡортостандың «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт-дәүләт хәрәкәте, республиканың Фән һәм мәғариф министрлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, шулай уҡ «Ғаилә» ресурс үҙәге ойошторҙо.

Форумда оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, балаларҙы тәрбиәләү һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ ата-әсәләр һәм өлкән быуын вәкилдәре файҙалы лекциялар тыңланы, унда эксперттар ғаилә бәйләнештәрен нығытыу буйынса тәжрибәләре һәм кәңәштәре менән уртаҡлашты.

Был масштаблы ғаиләләр йыйынында беҙҙең райондан Алтынбаевтар һәм Йәмилевтар ғаиләләре ҡатнашты.

-Күп кенә сараларҙа ҡатнашабыҙ, республика форумын да көттөк. Ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, оҫталыҡ дәрестәрендә балалар менән бергә ҡатнашыу, башҡа райондарҙан килгән ғаиләләр менән аралашыу, йолалар менән уртаҡлашыу маҡсатын күҙаллап барҙыҡ. Көткән өмөттәр аҡланды - форум беҙҙең өсөн бик файҙалы булды, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Әлиә Алтынбаева.

Альмира Йәмилева форумға өсөнсө улы Рамзан менән барған.

-Улымдың Өфөгә барыуы беренсе тапҡыр, шуға беҙгә барыһы ла оҡшаны. Бөтә нәмә балалар өсөн уйлап эшләнгән ине. Һәр ерҙә ирекмәндәр оҙатып, ҡарап йөрөнө. Малайым ҡул эштәренә бағышланған секцияларҙа ихлас ҡатнашып, күңел асып, бейеп, башҡа балалар менән аралашып ҡайтты.

Ата-әсәләр өсөн психологтар лекциялар һөйләне. Үҙем өсөн күп нәмәләр белеп ҡайттым. Беҙҙең секцияла буллинг, суицид, ышанмаусанлыҡтың нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләнеләр. Һәр нәмәгә – өйгә, эшкә, балаларға, тормош иптәшеңә ваҡытты, көстө дөрөҫ бүлеү, кешенең ресурсы кәмей, һәм уны ваҡытында тулыландырып тороу, ата йәки әсәнең үҙ-үҙенә лә иғтибар итеү кәрәклеге хаҡында темалар яҡтыртылды. Ошондай фәһемле форумдар йышыраҡ үтһен һәм ғаиләләр ҙә ҡатнашырға тырышһын ине, - тине ул.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас