Бәләкәй Ҡыпсаҡ яғынан күтәрелгән урын бәләкәй машиналар ғына түгел, ҙур автомобилдәр ҙә үтә алмаҫлыҡ хәлгә килгәйне. Берҙән, ямғыр сәбәпсе булһа, икенсенән юл шишмә сығанағы тирәһенән үтә.
Хатта автомобилдәрен ярты юлда ҡалдырып, артабан ауылдан машина саҡырып өйҙәренә ҡайтып етеүселәр ҙә булған.
-Рәхмәт район хакимиәтенә, ошондай ауыр мәлдә, ҡайҙандыр финанс табып, ДРСУ эшселәрен юлды рәтләргә ебәрҙеләр.
3 самосвал "КамАЗ" һәм тәгәрмәсле экскаватор өс көн буйы юлды эшләнеләр. "Доротдел" егеттәренә рәхмәт әйтергә кәрәк, исем өсөн генә, килдек - таш түктек, тип кенә эшләп ҡайтманылар. Алда әйтелгән проблемалы ерҙең метр ярым самаһы мәтеһен ҡаҙып алып ташланылар, һуңынан шул соҡорҙо таш менән тултырҙылар. Хәҙер юлдың был урыны оҙаҡ йылдар уйылмаҫ тип өмөтләнәбеҙ. Бынан башҡа тағы ике урынды таш түгеп нығыттылар. Түгелгән ҡырсынды тигеҙләп торорға, үҙҙәренең тракторҙары менән Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы егеттәре сыҡты, - тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙә.
Юл – көнкүрешебеҙҙең, көнитмешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Юлдарыбыҙ төҙөк булһын.
(Фотолдар "Бөрйәндәр" төркөмөнән алынды).