Госпиталдән һауығып сыҡҡас, йәнә сафҡа баҫа. 1943 йылда уның үлем хәбәре килә.
Люциә Ғиззәт ҡыҙы Иҫке Собханғол урта мәктәбендә 8 класты тамамлағас, ашханаға эшкә инә. 1959 йылда эш еренән уның менән бергә 7 ҡыҙҙы ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерергә Өфөгә ебәрәләр. 3 ай уҡығандан һуң Ҡурғашлыға практикаға ҡайта. Шунда буласаҡ тормош иптәше Солтан Хөбөтдин улы менән таныша һәм өйләнешәләр. Солтан Хөбөтдин улының атаһы Хөбөтдин Ишканов (Ишкинин) Зәки Вәлидиҙең дуҫы була. Төркиәгә ҡасҡан мәлендә уны ла бергә алып китә. Ләкин ул Төркиәгә тиклем барып етмәй, Ҡаҙағстанда ҡала. Шунда бер ҡаҙаҡ һылыуына өйләнә. Аҙаҡ Башҡортостанға ҡайта.
Люциә инәйҙең ҡыҙы Альбина апай һөйләүенсә, бәләкәй саҡтарында уларҙы йыш ҡына «ҡаҙаҡ» тип үсекләр булғандар. Люциә инәй оҙаҡ йылдар ашханала, унан сауҙа келәтендә эшләй. Шунан хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше менән 7 балаға ғүмер бирәләр. Әммә бөгөн икәүһе генә тере, ҡалғандары гүр эйәһе булып бөткән. Солтан Хөбөтдин улы ла 49 йәшендә генә мәрхүм була.
Хәҙер Люциә Ғиззәт ҡыҙы 15 ейән-ейәнсәргә өләсәй.
Инәйҙе өлкән ҡыҙҙары Альбина ҡарай, өй эштәрендә ярҙам итә. Оло йәшкә етеү менән күреү һәм ишетеү һәләте хөртәйгән. Шуға ҡарамаҫтан, һаулыҡҡа зарланып ултырмай, йүгереп йөрөй. Баҡсаһында йәшелсә үҫтерә, ҡарағат-алмаһын йыя. Хатта шәл бәйләй. Бынан тыш, ҡыҙы менән бергә бал ҡорттары, тауыҡ үрсетәләр.
Люциә инәйгә хәйерле оҙон ғүмерҙәр теләйбеҙ.