-Уның «Башҡорт Уралы» биосфера резерватында ҡара европа ҡортоноң (Apis mellifera mellifera L.) урындағы популяцияһын һаҡлау буйынса биотехник сараларҙы фәнни нигеҙләү һәм интенсивлаштырыу» темаһына эше бик актуаль, сөнки бөрйән солоҡ ҡорто популяцияһын һаҡлау һәм уның генофондының торошон баһалау проблемаһы киҫкенләшә бара.
«Был эштең һөҙөмтәһе киләсәктә бал ҡорттары колонияларының йәшәү эшмәкәрлеген өйрәнеү һәм тәбиғи шарттарҙа торошон баһалау, улар өсөн заманса, уңайлы яһалма торлаҡ эшләү буйынса тәҡдимдәр индереүмөмкинлеге бирәсәк», – ти Ғәзинурҙың ғилми етәксеһе Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин.
Ғәзинур Рамаҙан улын һәм уның ғилми етәксеһе Фитрат Ғилметдин улын ғилми эштәренең мөһим этабын тамамлауҙары менән ҡотлайбыҙ! Хеҙмәттәштәребеҙгә эштәрендә уңыштар, яңы фәнни ҡаҙаныштар, иҫ киткес асыштар, уңыштар теләйбеҙ! – тип хеҙмәттәше хаҡында ҡыуанып хәбәр итә “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Ләлә Хәйбуллина.
Ғәзинур Рамаҙан улы – Ғәлиәкбәр ауылының аҫыл солоҡсолар нәҫеле затынан, ҡурсаулыҡтағы Аҫылғужиндар хеҙмәт династияһы вариҫы. Олатаһы Ҡунаҡбай Аҫылғужин 1958 йылда булдырылған Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының (1986 йылда үҙаллылыҡ алғанға тиклем «Шүлгән-Таш» шулай аталған) Ағиҙел буйы бүлексәһенең тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе булған. Ул урман ҡарауылсыһы-солоҡсо булып эшләй. Ҡунаҡбайҙың эшен уның улы Рамаҙан – Нөгөш урмансылығы бүлексәһенең өлкән дәүләт инспекторы дауам итә. Ғәзинур Рамаҙан улы студент йылдарында музей-экскурсия комплексында экскурсовод булып эшләп, уңған, яуаплы, үткер аҡыллы булыуын күрһәтә. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, туған ҡурсаулығына дәүләт инспекторы булып эшкә урынлаша, бер үк ваҡытта хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженер бурыстарын үтәй.
Афарин, Ғәзинур! Бөрйән ҡортон һаҡлау буйынса хеҙмәтеңдең емешен татып ҡыуанырға яҙһын!