Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
(18 - 25 июлгә ҡарата)
Демография
Аҙна эсендә районда 2 сабый тыуған. 6 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 3 ғаилә никахын тарҡатҡан. Бер райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.
02 хәбәр итә
Июлдең 18-нән 25-енә тиклем район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 48 мөрәжәғәт теркәлгән.
Улар иҫәбендә дауаханаға мөрәжәғәт итеү (алып барыу) (1), ғаилә низағы (1), мутлашыу (1), шәхси документтар, телефон юғалтыу (3), эскән килеш транспорт сараһы менән ҡабаттан идара итеү (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (2), административ хоҡуҡ боҙоу (3), кредиттар буйынса бурыстарҙы түләүҙән баш тартып йөрөү (2), административ күҙәтеүҙән ҡасып йөрөү (1), законһыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 58 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһы йүнәлешендә – 45.