Башҡортостан Республикаһында өс йәки унан күберәк балаһы булған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған, опека йәки попечителлеккә ҡабул ителгән һәм был статустары мөҙҙәтһеҙ тип билдәләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр күп балалы тип иҫәпләнә.
Социаль ярҙам саралары алыу өсөн күп балалы ғаиләләрҙең хоҡуғы түбәндәге шарттар менән нығытыла: күп балалы ғаиләләге өлкән балаға 18 йәш тулыу һәм (йәки) 18 йәше тулған балалар белем биреү ойошмаларының көндөҙгө бүлегендә уҡыһа, ләкин 23 йәше тулмаған булһа.
Тулы дәүләт тәьминәтендә булған, ҡануниәт тәртибендә тулыһынса үҙ-үҙен ҡарай алырлыҡ, аңлы (дееспособный) тип танылған балалар, уларға ҡарата ата-әсәләре ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән булһа, йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа), опекаға (попечителлек) алыу кире ҡағылған балалар иҫәпкә кермәй.
Күп балалы ғаиләләргә, йәшәү урындарына ҡарамай, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль милке булып һаналған музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай инеү хоҡуғы билдәләнгән. Был хоҡуҡ менән файҙаланыу өсөн таныҡлыҡ күрһәтергә кәрәк. РФ Хөкүмәте күрһәтмәһе менән раҫланған берҙәм өлгөләге танытмаларҙың бланктары әҙер булғанға тиклем ваҡытлыса иҫке өлгөләге документ формаһы бирелә.
18 йәштән өлкән (23 йәшкә тиклем) көндөҙгө бүлектә уҡыған бала тәрбиәләнгән күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсация һорап мөрәжәғәт итә алалар.
Балалары республика колледждарында түләүле нигеҙҙә уҡыған ата-әсәләр 1 июлдән уҡыуға түләү хаҡының 50 процентын компенсациялауға ғариза бирергә хоҡуҡлы. Ләкин уҡыу йылы өсөн 30 мең һумдан юғарыраҡ суммаға түгел.
1 сентябрҙән балаға ай һайын түләнә торған пособиены тәғәйенләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. “Берҙән-бер ата-әсә” (“единственный родитель”) тигән төшөнсә индерелә. Ниндәй осраҡта? Әгәр баланың тыуыу тураһында таныҡлығында атаһы тураһында мәғлүмәттәр булмаһа, мәғлүмәттәр әсә кешенең ғаризаһы буйынса индерелгән булһа, баланың атаһы (йәки әсәһе) үлгән йәки хәбәрһеҙ юғалған тип танылһа, ул осраҡта балаға ай һайын бирелә торған пособие юғары күләмдә – 450 һум итеп тәғәйенләнә.
2024 йылдың 1 сентябренән ҡалала йәшәүсе күп балалы ғаиләнән булған дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыусылар өсөн өҫтәмә ярҙам саралары ғәмәлгә инә - улар ҡала эсендәге автомобиль транспортында (таксиҙан тыш) һәм ҡала ер өҫтө электр транспортында бушлай йөрөй аласаҡ. Уҡыусылар транспортта бушлай йөрөү буйынса льгота менән уҡыу йылы дауамында көнөнә бушлай ике тапҡыр йөрөү иҫәбенән файҙалана ала. Бушлай йөрөү аҙ тәьмин ителеү критерийы иҫәпкә алынмайынса индерелә.
Федераль һәм республика ҡануниәте менән гарантияланған дәүләт социаль ярҙам саралары тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе граждандар менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефонын файҙаланып (8(800)100-00-01) йәки Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының рәсми сайтында алырға мөмкин: https://rcspn.bashkortostan.ru.
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса
филиалы.