Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль , 15:15

Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?

Бөрйәндә күп фатирлы йорттар тик район үҙәгендә генә урынлашҡан. Алты күп фатирлы йорттоң берәүһе генә поъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһында ҡатнашҡан.

Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?

Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы.

Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезды яңыртҡандар. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелгән. 2,7 меңдән ашыу лифтты алмаштырылған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Программаның төп маҡсаты - халыҡҡа, атап әйткәндә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттар булдырыу. Ремонт эштәре республика һәм муниципаль бюджет средстволары иҫәбенә алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙ аҡсаһын һалмай.

Барыһы ла йортта йәшәүселәр менән килешеү буйынса башҡарылырға, эштәр башланыр алдынан һәр йортта мәғлүмәти осрашыуҙар ойошторолорға тейеш.  

Бөрйәндә күп фатирлы йорттар тик район үҙәгендә генә урынлашҡан. Алты күп фатирлы йорттоң берәүһе генә поъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһында ҡатнашҡан. Башҡа йорттарҙың подъездары бик үк яҡшы торошта түгел. Ленин урамындағы 64-се йорттоң ике подъезы төҙөкләндерелгән. Түбә һәм стеналарҙы буяу эштәре башҡарылған, һикәлтәне йүнәткәндәр, иҫке ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштырғандар, почта йәшниктәре, яҡтыртҡыстар ҡуйылған.

Программа сиктәрендә мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн генә түгел, балалар коляскалары, өлкәндәр өсөн дә пандустар ҡуйылырға тейеш, әммә был йортта пандустар ҡуйылмаған.

“Минең был йортта йәшәүемә 45-се йыл. 40 йылдап бер ниндәй ремонт күрмәгән подъезд икенсе һулышын алды. Подъезда ремонт үтһен өсөн тырышырға тура килде – шул мәсьәлә буйынса Өфөгә барып ҡайтырға тура килде. Ошондай мөмкинлек менән башҡа йорттар ҙа ҡулланһындар. Ошо йортта өлкән ҡараусы итеп тәғәйенләнгәс, подрядсылар минең менән кәңәшләште. Ҡабул итеп алғансы район хакимиәте ремонт эштәрен контролдә тотто. Матур килеп сыҡты. Подъезға инеүе күңелле. Балалар өсөн дә, ололар өсөн дә хәүефһеҙ булып ҡалды. Хәҙер шул тәртипте тоторға кәрәк инде. Кәрәк ерен буяп, рәтләп, йыуып торһаҡ, таҙа ла, матур ҙа булыр. Әммә ҡайһы бер йәштәр менән һөйләшеүе ҡатмарлыраҡ, сөнки подъезд йыйыштырып йөрөгөләре килмәй. Аҙна һайын иҙәндәрен йыуырға, ишектәрҙе һөртөп, сүп-сар һауыттарын таҙартып торорға кәрәк. Иҫкәртеүҙәр яһап торам, шулай ҙа тәртипте тотоу яуаплылығы минең иңемә һалына ла ҡуя. Бына саҡ ҡына ҡул етмәйерәк тора, буяуы уңған, ҡупҡан урындарын буяп ҡуйырға кәрәк әле, - ти Рәсимә Иманғолова.

Ағымдағы йылда был программаны ғәмәлгә ашырыуға 108 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән БР бюджетынан - 97,0 миллион һум, 5 муниципалитетта (Өфө ҡалаһы, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондары) урынлашҡан 38 күп фатирлы йорттағы 117 подъезды ремонтлау ҡаралған.

Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Район үҙәгендәге подъездар ни хәлдә?
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: