Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль , 15:50

Салауат нимә ул? Уны әйтеү кәрәкме?

  -  Өләсәйем доға ҡылғанда салауат әйт, ти. Салауат нимә ул, тиһәң, пәйғәмбәребеҙгә әйтәһең уны, ти. Мин уның аңлатҡанынан салауаттың нимә икәнен барыбер аңламаным. Зинһар өсөн, салауат нимә ул – аңлатығыҙ әле! Һорауға яуапты райондың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зарипов бирә.

Салауат нимә ул? Уны әйтеү кәрәкме?
Салауат нимә ул? Уны әйтеү кәрәкме?

 - Пәйғәмбәребеҙҙең, Мүхәммәд салләллаһү ғәләйһи үә сәлләмдең, исемен ишетеү һәм яҙыу менән һәр мосолман әлеге “салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм” тигән һүҙҙәрҙе әйтергә һәм яҙырға тейеш ( ҡыҫҡартылған варианты “ ғәләйһис-сәләм”).Эйе, күптәр был һүҙҙәрҙе әйтһә лә, яҙһа ла, уның мәғәнәһен аңлап бөтмәй. Рус китаптарында “ да благославит его Аллах и приветствует” тип тәржемә итәләр был һүҙҙе. Беҙҙең китаптарға ла ошо мәғәнә инеп киткән.

Был кәлимәне” Аллаһ уны ( Мүхәммәд пәйғәмбәрҙе) һәм уның динен бөйөк ҡылһын” тип аңлау дөрөҫлөккә яҡын булыр. Йәғни:” Аллаһ Раббыбыҙ! Пәйғәмбәрҙең, салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм, исемен халыҡтар араһында таратып, уның эшен (динен, дәғүәтен) бөйөкләп, шәриғәтен һаҡлап һәм үҫтереп, уны үткәндәргә лә, киләсәк быуындарға ла өлгө итеп бөйөклә!” –тип аңлар кәрәк!

Салауат әйтеү менән мосолман үҙ диненә лә файҙа килтерә. Ни тиклем салауатты күберәк әйтһәк, беҙҙең үҙебеҙгә лә, динебеҙгә лә файҙалы.

Салауат әйтеү – ғибәҙәт. Беҙ пәйғәмбәребеҙҙең, салләллаһү ғәләйһи үә сәлләм, исемен зекер итеп, ошо салауаттар бәрәкәтендә күп бәлә, ҡайғынан имен булабыҙ, Аллаһ ҡушһа.

Салауат әйтеүҙең фазыйләте (өҫтөнлөгө, файҙаһы) – ул доға ишектәрен асыусы. Йәғни беҙҙең берәй нәмәгә мохтажлығыбыҙ бар икән, иң беренсе Аллаһты зекер итәбеҙ, Унан һорайбыҙ, аҙаҡ рәсүлебеҙгә салауат әйтәбеҙ, Раббыбыҙҙан гонаһтарыбыҙ ярлыҡаныуын һорайбыҙ – ошолай итһәк, иншәә Аллаһ, һорауыбыҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ.

Салауаттар күп төрлө. Иң ҡыҫҡаһы “ Пәйғәмбәребеҙгә салауат һәм сәләм булһын!”тиеүҙән ғибарәт.

Ҡөрьәндә “Әхзәб” сүрәһенең 56-сы аятында:” Һис шикһеҙ, Аллаһ һәм Уның фәрештәләре Пәйғәмбәргә салауат әйтәләр. Эй, мөьминдәр, һеҙ ҙә уға салауат әйтегеҙ һәм тулы сәләм менән сәләм бирегеҙ!”-тиелә.

Аллаһ Үҙе һәм гонаһһыҙ зат – фәрештәләр пәйғәмбәребҙгә салауат әйткәс, беҙгә ни ҡала? Әлбиттә, күберәк салауат әйтергә.

Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеүҙең бик сауаплы булыуын Ҡөрьән аяттары һәм хәҙистәр дәлилләй.

 

Хәҙистәр: “ Ҡиәмәттә кешеләрҙең миңә иң яҡыны – миңә күп салауат килтергәнелер”. (Тирмиҙи);

“Мине иҫкә алғанда, миңә салауат килтермәгән (әйтмәгән) кеше – иң һаран кешелер”.(Нәсәи, Ибн Хиббән, Хәким, Тирмиҙи);

“ Минең исемемде ишетеп, миңә салауат әйтмәгән кеше йәннәткә алып барыусы юлдан яҙыусы” (Табарани);

“ Салауат әйтелмәйенсә ҡылынған доға ҡабул булмаҫ.” (Дәйлами);

“ Йома көнөндә көнөн дә, төнөн дә миңә салауат әйтегеҙ. Уға мин Ҡиәмәттә шаһит һәм шәфәғәтсе (заступник) булырмын”. (Бәйхәҡи);

“Әгәр берәйһе китапта миңә салауат яҙып ҡалдырһа, шул китап туҙып юҡҡа сыҡҡансы фәрештәләр яҙған кешенең гонаһтарына истиғфар ҡылып торорҙар.” (Табарани).Намаҙҙағы салауатты һәр кем белергә бурыслы:

“АллааҺүммә салли ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәммәд. Кәмәә салләйтә ғәләә ибрааһиимә үә ғәләә әәли ибрааһиим. Иннәкә хәмидүм-мәджиид. Аллаһүммә бәрик ғәләә мүхәммәдин үә ғәләә әәли мүхәммәд. Кәмәә бәәрактә ғәләә ибрааһиимә үә ғәләә әәлии ибрааһиим. Иннәкә хәмидүм – мәджид”.

Шулай итеп, һәр доға алдынан йәиһә уның артынан салауат әйтеү доға ҡабул булыуына ишара, этәргес көс.

Салауаттарҙы күберәк әйтәйек – сауапҡа ирешәйек!

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: