ХIX быуат аҙағы - XX быуат башында йәшәгән күренекле ғалим, яҙыусы , мәғрифәтсе, журналист, арҙаҡлы башҡорт Ризаитдин Фәхретдиновтың тарихи, әҙәби, дини, фәлсәфәүи, лингвистик әҫәрҙәре бихисап.
Уның нәсихәттәре генә лә – халҡыбыҙ өсөн баһаһыҙ байлыҡ. Тәрбиә, әҙәп-әхләҡ, дин буйынса китаптары аша биргән өгөт-нәсихәттәре бөгөн дә көнүҙәк.
Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов тәржемәһендәге “Нәсихәттәр” китабы бөгөн һәр ата-сәнең өҫтәл китабы, тәрбиә эшендә ҙур терәк булыуға лайыҡ.
“Ир балалар өсөн нәсихәт”тәрҙән:
- Кешенең итәғәтле (буйһоноусы) булыуы уның яҡшы күңелле булыуын күрһәтә. Һеҙгә иң яҡын кешеләр – ата-әсәгеҙ. Шуның өсөн уларға ҡаршы килмәгеҙ.Ошо сәбәптән уларҙың күңеленә рәхәт булыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ һәм тормошоғоҙ ҙа гүзәл булыр.
- Атайығыҙҙың яҡын дуҫы булһа ла, атайығыҙҙан башҡа кешенән һорау – ғәйеп. Ул ғаилә хөрмәтен ебәрә. Шуның өсөн, нимә эшләргә теләһәгеҙ ҙә, атайығыҙҙан һорағыҙ.
- Бала саҡта аҡса тоторға өйрәнмәгән кеше олоғайғас та аҡса тота алмай. Ғүмер түгел, көн дә үткәрә алмай. Бәлки, бар байлығын исраф итеп, бәхетһеҙ булып ҡалыр. Шуның өсөн атайығыҙ тарафынан бирелгән аҡсаларҙы тота белергә өйрәнегеҙ. Һаҡ булығыҙ. “Был аҙ ғына аҡса”, тип уйламағыҙ, сөнки бөгөн һеҙгә аҙ аҡса кәрәк.
Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов тәржемәһендәге “Нәсихәттәр” (Риза Фәхретдинов) китабын файҙаланып, А.Ғарифуллина әҙерләне