(4 - 11 июлгә ҡарата)
Демография
Аҙна эсендә районда 10 сабый тыуған. Бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Бер ғаилә никахын тарҡатҡан. 5 райондашыбыҙ яҡты донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Ҡолғанала сүп-сар янып киткән. Янғын һүндереүселәр тарафынан ваҡытында һүндерелгән.
02 хәбәр итә
Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 48 мөрәжәғәт теркәлгән.
Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), тыныслыҡты боҙоу (1), административ күҙәтеүҙән ҡасып йөрөү (2), алимент, һалым, кредиттар буйынса бурыстарҙы түләүҙән баш тартып йөрөү (5), ғаилә низағы (3), эскән килеш транспорт сараһы менән ҡабаттан идара итеү (2), шәхси документтар юғалтыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (3), шәхси мөлкәт урлау (1), гражданин йәки ойошма тарафынан ваҡытлыса һаҡлау йәки юҡҡа сығарыу өсөн ирекле рәүештә ҡорал тапшырыу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 64 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһы йүнәлешендә – 47.